Һуңғы ваҡытта автомобилде эвакуациялау мәсьәләһе күптәрҙе борсой. Уның айышына төшөнөп ҡарайыҡ.
Барыһы ла водителдең машинаһын ҡайҙа ҡалдырыуынан башлана. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре рөхсәт ителмәгән урынға ҡуйылған автомобилде күргәс тә эвакуациялау хеҙмәтен саҡырта. Машина хужаһы эвакуатор ҡуҙғалып киткәнгә тиклем килеп өлгөрһә, автомобилен шунда уҡ ҡайтарып алыу мөмкинлегенә эйә, әммә уға тәртип боҙған өсөн билдәле бер күләмдә штраф һалына. Әгәр ҙә эвакуатор ҡуҙғалған икән, ЮХХДИ хеҙмәткәренең рөхсәте менән автомобилде штрафҡуналҡанан барып алырға тура киләсәк.
Эвакуаторҙың ҡайһы ҡуналҡаға юлланыуын шунда уҡ белешергә кәрәк. Инспекторҙан уны кире ҡайтарыу тураһында рөхсәт ҡағыҙын алырға онотмағыҙ, юғиһә юл-патруль хеҙмәте полкына барырға тура киләсәк. Ҡулығыҙҙа рөхсәт ҡағыҙы булһа, штрафҡуналҡаға барып, машинаны кисекмәҫтән кире ҡайтарырға мөмкин. Үҙегеҙ менән түбәндәге документтарҙы алыу шарт:
– транспортты ҡулға алыу тураһындағы протокол;
– уны ҡайтарыуға рөхсәт ҡағыҙы;
– транспорт сараһына документтар;
– водитель танытмаһы;
– паспорт.
Унан һуң штрафҡуналҡала һаҡлаған өсөн хаҡ түләп, машинағыҙҙы барып алырға була.