Ҡорал йөрөтөү – ҙур яуаплылыҡ12.09.2014
Ҡорал йөрөтөү – ҙур яуаплылыҡ
2014 йылдың 2 авгусынан “Ҡорал әйләнеше тураһындағы ҡану­ниәтте камиллаштырыу сәбәпле Рәсәй Федерацияһының ҡайһы бер закон акттарына үҙгәрештәр индереү тураһында” 227-се ФЗ һанлы Федераль закон үҙ көсөнә инде. Был закон ҡоралға эйә булыу һәм ҡорал йөрөтөү ҡағиҙәләрен шаҡтай ҡәтғиләштерә.


Мәҫәлән, үҙгәрештәргә ярашлы, иҫерек кешегә атыу ҡоралын йөрөтөү рөхсәт ителмәй. Шулай уҡ белем биреү ойошмалары биләмәһендә, төндә эшләгән һәм алкоголь продукцияһы һатылған күңел асыу һәм ял итеү ойошмаларында булған саҡта граждандарҙың сәпкә тейҙереү кимәле сикләнгән ҡоралды йөрөтөүе тыйыла.
Ҡораллы кеше айыҡлыҡҡа медицина тикшереүе үтеүҙән баш тартһа, административ яуаплылыҡҡа тарттырыла. Закон сығарыусылар тарафынан бындай хоҡуҡ боҙоуҙар өсөн ҡоралды, уның патрондарын тартып алып, штраф һалыу йә иһә бер йылдан ике йылға тиклем ваҡытҡа ҡорал һатып алыу һәм һаҡлау, йәки һаҡлау һәм йөрөтөүгә хоҡуҡты сикләү (ҡорал менән патронды тартып алып та, конфискацияламайынса ла) кеүек язалар ҡаралған.
Граждандарға сәпкә тейеү кимәле сикләнгән ҡорал һатып алырға рөхсәт итеү йәше элек 18 булһа, хәҙер ул 21 йәшкә тиклем арттырылған. Был талап хәрби хеҙмәт үткән йәки хеҙмәт итеүсе, шулай уҡ хәрбиләштерелгән дәүләт ойошмаларында эшләүсе, ғәскәри, махсус званиелары йәки класс чиндары булған кешеләргә генә ҡағылмай.
Ҡорал йөрөтөүгә ҡарата кире күрһәтмәләр булыу-булмауын асыҡлау өсөн медицина тикшереүе тәртибенә лә аныҡлыҡ индерелгән. Мәҫәлән, табип-психиатр йәки табип-наркологтың ҡарауы граждандың йәшәгән (килгән) урынындағы бары тик дәүләт йәки муниципаль медицина ойошмаларында ғына башҡарылырға тейеш. Ҡорал һатып алыу өсөн лицензия биреүгә медицина һығымтаһының яраҡлылыҡ ваҡыты – бер йыл.
Рәсәй Енәйәт кодексының 111-се, 112-се һәм 115-се статьяларының инеш өлөштәренә “ҡорал йәки ҡорал сифатында файҙаланылыусы әйберҙәр ҡулланып” тигән өҫтәмә аңлатма индерелгән. Ошо уҡ кодекстың “Утлы атыу ҡоралын йыйнаҡһыҙ һаҡлау” тигән 224-се статьяһы яңы редакцияла бәйән ителгән, уға өҫтәлгән икенсе өлөш ҡоралды башҡа кеше файҙаланырлыҡ шарт тыуҙырып, был бер йәки ике кешенең үлеменә килтергән булһа, атыу ҡоралын тейешенсә һаҡламаған өсөн яуаплылыҡты күҙ уңында тота.


Вернуться назад