Юлға сыҡһаң, балаң тураһында ҡайғырт!12.09.2014
Юлға сыҡһаң, балаң тураһында ҡайғырт!
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре рейдтарҙың береһендә рулендә йәш ҡатын ултырған сит ил машинаһын туҡтата. Автомобилдең артҡы ултырғысында биш йәштәр тирәһендәге малай була. Ул махсус креслоға ултыртылмаған, хәүефһеҙлек ҡайышы эләктерелмәгән, ҡулында – уйын приставкаһы. “Ни өсөн балағыҙҙы махсус автомобиль креслоһына ултыртманығыҙ?” – тигән һорауға ханым ҡырыҫ ҡына яуап бирә: “Минең балам – минең проблемам! Креслоға барыбер ултырмай, ҡайышты ла эләктерергә яратмай”.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо ханым кеүек фекер йөрөткән ата-әсә бихисап. Мәсьәлә аҡсаға ла барып төртөлмәй. Бала уйнаған приставка креслонан ике тапҡырға ҡыйбатыраҡ. Әлбиттә, эш хаҡта түгел, ә бошмаҫлыҡта.
2006 йылдың 1 ғинуарынан Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә автомашинала балаларҙы махсус креслоларҙа ғына йөрөтөргә тигән төҙәтеү индерелде. Артабан 2007 йылдың 1 ғину­арынан транспорт сараларында 12 йәшкә тиклемге балаларҙы хәүефһеҙлек ҡайышы менән йыһазландырылған махсус креслоларҙа ғына йөрөтөргә рөхсәт ителде. Был талапты үтә­мәгән хәлдә өс мең һум штраф түләргә тура киләсәк.
Рәсәй юлдарында йыл һайын 700-ҙән ашыу пассажир бала һәләк була. Был – ҡот осҡос һан. Европа илдәрендә махсус креслолар тураһында закон утыҙ йыл элек ҡабул ителгән, ә беҙҙә бының өсөн егерме мең баланың ғүмере ҡыйылыуы талап ителде. Ә ҡағыҙҙағы законды ата-әсә тейешенсә үтәй башлаһын өсөн тағы нисә йыл кәрәк булыр?
Ниндәй генә машинаны алма, уларҙа хәүефһеҙлек саралары өлкәндәр өсөн генә тәғәйенләнгән. Ә балаларҙың именлеген ошо кресло ғына тәьмин итә аласаҡ.
Бөгөн балалар өсөн кресло моделдәрен бихисап етештереүсе тәҡдим итә. Уларҙың һәр береһендә стандарты билдәләнгән яҙыу булырға тейеш. Мәҫәлән, “ЕСЕ 44-03/ЕСЕ 44-04” йә иһә түңәрәк эсенә алынған “Е” хәрефе. Шулай уҡ һәр креслоның урыҫ телендә инструкцияһы, стандартҡа яраҡлашыу, гигиена сертификаттары булырға тейеш.
Креслоларҙың хаҡына килгәндә, улар төрлө. Ғәҙәттә, беҙ үҙебеҙгә һәм автомобилгә ҡарата һаҡсыл ҡараштабыҙ. Ҡиммәтле сигнализация­ға, ҡышҡы резинаға, башҡа кәрәккән-кәрәк­мәгәненә аҡса йәлләмәйбеҙ… Ә ни өсөн алты, һигеҙ, ун мең һум торған балалар автокрес­лоһы беҙҙең өсөн ҡиммәт күренә һуң? Һүҙ бит балаларҙың ғүмере тураһында бара!


Вернуться назад