М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетына Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитовтың килеүе хаҡында ишеткәс, художестволы графика факультетының V курс студенты Евгения Архипова уның портретын эшләп килтергән. Оло тормошҡа аяҡ баҫырға йыйыныусы ҡыҙ, форсаттан файҙаланып, Рөстәм Зәки улынан эшкә урынлашырға ярҙам итеүен һораны.
Республика башлығы ҡыйыу студенттың яҙмышын хәстәрләргә вәғәҙә бирҙе, ҡалған йәштәрҙе лә тормошта тәүәккәл, инициативалы булырға саҡырҙы. Президенттың буласаҡ уҡытыусылар менән осрашыуының маҡсаты ла тормошҡа, илдәге хәлдәргә ҡараштың үҙгәрергә тейешлеген аңлатыу, иҫке ҡалыптарҙан арынырға саҡырыу ине.
– Республикабыҙ һәм баш ҡалабыҙ халыҡ-ара кимәлдә ҙур дан яуларлыҡ. Бында сауҙаны, етештереүҙе, туризмды үҫтереү өсөн яҡшы шарттар бар. Шулай ҙа был эштәрҙе халыҡ менән бергә башҡарыу ҙа, инвесторҙар йәлеп итеү ҙә ауырыраҡ. Башҡа төбәктәрҙән ҡалышмаҫ өсөн беҙгә тәү сиратта аңды үҙгәртергә кәрәк, – тине Рөстәм Зәки улы.
Республиканың һуңғы егерме йыллыҡ тарихына, бөгөн илдә тотҡан урынына һәм киләсәктәге үҫеш юлдарына арналған лекция йәштәрҙе асыҡтан-асыҡ һөйләшеүгә ылыҡтырҙы. Студенттарҙың күбеһе эш мәсьәләһен күтәрҙе, йәшәү шарттары хәстәрләнгән осраҡта райондарға ҡайтырға әҙер булыуын белдерҙе.
Н. ХӘСӘНОВА.