Табип кәңәштәре12.09.2014
Сәләмәт кешегә тәүлегенә ике-өс сәғәт телевизор ҡарау хәүефле түгел, әммә 40–50 минуттан һуң 10–15 минутлыҡ тәнәфес яһап алыу зарур. Көнө буйы компьютер алдында эшләгән кешегә “зәңгәр экран”ға төбәлеүҙе бер сәғәттән арттырырға кәрәкмәҫ. Ятыр алдынан ҡарауҙың йоҡоһоҙлоҡҡа килтереүе бик тә ихтимал.
v экран 2–6 метр алыҫлыҡта урынлашырға тейеш;
v күҙ кимәленән (ултырған кешенеке – иҙәндән алып 1 метр самаһы) юғарыраҡ йә түбәнерәк тороуы насар;
v күҙлек (линза) кейәһегеҙ икән, телевизор алдында ла уны сисмәгеҙ;
v күҙҙәрҙең арыуын тойһағыҙ, шунда уҡ “зәңгәр экран”ды һүндерергә кәрәк.
v 1–3 йәшкә тиклемге сабыйҙар булған бүлмәлә телевизорҙы йыш ҡабыҙыу насар, әлбиттә. Ғалимдар асыҡлауынса, улар телевизор тауышына күнегә, шуға ололарҙың һөйләшкәненә иғтибар туплау һәләттәре кәмей. Һөҙөмтәлә телдәре һуңлабыраҡ асыла. Статистика буйынса, 2 йәшкә тиклем балалар көнөнә уртаса 5,5 сәғәтте ҡабыҙылған телевизор янында үткәрә.
v «Телебәйлелек» бармы-юҡмы икәнлекте билдәләү ҡыйын түгел. Интекмәйенсә ике-өс көнгә телевизорҙан бөтөнләй баш тартырға хәлдән килә икән, борсолорға урын юҡ. Кире осраҡта иһә уйланырға ваҡыт. Психологтар ҡыуаныс-ҡәнәғәтлек килтергән башҡа шөғөлдәрҙе иҫкә төшөрөп, нәҡ шулар менән булышырға кәңәш итә.