ЮРИСТ КӘҢӘШТӘРЕ12.09.2014
Кемдәр
һалым түләй?


Һалым түләмәгән осраҡта ниндәй яуаплылыҡ ҡаралған? Ул ниндәй шарттарҙа түләнергә тейеш?

З. ИМАЕВА.
Ҡырмыҫҡалы районы.


Әгәр һеҙ эшкә рәсми рәүештә урынлашһағыҙ, ойошма айлыҡ һеҙҙең эш хаҡығыҙҙан 13 процент кү­ләмендә һалым тотоп алып ҡала һәм был хаҡта инспекцияға хәбәр итә.
Йыл әйләнәһенә лотерея уйын­дарында дүрт мең һумдан ашыу аҡса отһағыҙ, уның бер өлөшөн дәүләткә түләргә бу­рыс­лыһығыҙ. Мәҫәлән, автомобиль эләкһә, уның баҙарҙағы хаҡының 35 процентын алып ҡаласаҡтар. Әгәр лотерея башҡа маҡсатта үткәрелһә, сумманың 13 процентын бирергә тейешһегеҙ. Банкта 13 проценттан күберәк ставкалы аҡсағыҙ һаҡланһа ла, табыштың 35 процентын банк үҙе тотоп ҡала. Осһоҙ кредит йәки уның проценты 5,2-нән кәмерәк икән, килгән экономиянан да һалым алына.
Фатирын йәки йортон ҡур­тымға биреүселәр ҙә дәүләткә 13 процент күләмендә һалым түләргә бурыслы. Бынан тыш, милкеңдә торлаҡ бар икән, уның инвентаризация хаҡының 0,1-ҙән 2 процентын дәүләткә бирергә кәрәк. Төрлө транспорт сараһы­на, двигателенең ҡеүәтенә һәм «йәше»нә ҡарап һалым бил­дә­ләнә. Кадастр хаҡынан сығып, ер өсөн дә түләргә тейешбеҙ. Уның суммаһы инспекторҙар йортоғоҙ­ға ебәргән квитанцияла күрһә­телә.
Декларацияны түбәндәгеләр тапшыра:
эшҡыуарҙар, нотариустар, үҙ бүлмәһе булған адвокаттар;
торлағын ҡуртымға биреүсе­ләр;
шәхси милкендә өс йылдан кәмерәк булған торлаҡты һатыу­сылар;
гражданлыҡ-хоҡуҡи договор буйынса килем алыусылар;
лотерея уйындарында отошҡа эйә булған кешеләр;
Рәсәйҙән ситтәге сығанаҡтар­ҙан килем алыусылар.
Декларация тултырыу бурысын үтәмәгән өсөн яуаплылыҡ ҡаралған: штраф түләттерәсәк­тәр. Бынан тыш, сит илгә сығар­мауҙары, эш хаҡығыҙҙан һалым тотоп алып ҡалыуҙары, ҡайһы бер осраҡта хатта милкегеҙгә опись яһауҙары ла ихтимал.

Ялға – аҡса менән

Эш урынында отпуск аҡсаһын ялдан һуң бирергә вәғәҙә итәләр...

З. БОРХАНОВА.
Өфө ҡалаһы.


Рәсәй Хеҙмәт кодексының 136-сы статьяһында эш биреүсенең хеҙмәткәргә отпуск аҡсаһын ялы башланғанға тиклем өс көн эсен­дә түләргә тейешлеге хаҡын­да әйтелә.
Әгәр был хәл теркәлмәһә, хеҙмәткәр йыл һайын түләнгән ялды үҙе теләгән ваҡытҡа күсереп алыуы хаҡында ғариза яҙыу хоҡуғына эйә. Етәксе был талапты үтәргә бурыслы. Ошо уҡ кодекстың 124-се статьяһына ярашлы, эш биреүсе хеҙмәткәр­ҙең теләге буйынса (әгәр ул был ялдың башланасаҡ көнө хаҡында ике аҙна алдан иҫкәртелһә) отпуск ваҡытын икенсе осорға күсерә ала.

Рубриканы Айһылыу НИЗАМОВА алып бара.



Вернуться назад