Тауыш биреүгә әҙербеҙ12.09.2014
Һайлауға бер генә көн ҡалды. Мөһим сәйәси ваҡиға алдынан республиканың территориаль һайлау комиссиялары рәйестәренә шылтыратып, һуңғы яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһындыҡ. Барыһы ла һайлауға әҙерләнеп бөттөмө икән?

Ғәйнетдин ҒИЛӘЖЕВ, Әбйәлил районының территориаль һайлау комиссияһы рәйесе:
– Әҙерлек эштәре тамамланды тиһәк тә бу­ла. Т. Кусимов исемендәге участкала ғына ҡайһы бер ойоштороу мәсьәләләре ҡалғайны, хәҙер унда ла мәғлүмәт стендтары ҡуйып, фотоларҙы яңыртып бөттөк. Районда барлығы 66 һайлау участкаһы ойошторолдо, тауыш биреүҙә 33 мең­дән ашыу ке­шенең ҡатнашыуы көтөлә. Тәүгә һай­лаусылар ҙа байтаҡ – 468 егет һәм ҡыҙ. Уларға дипломдар, мах­сус бүләктәр тапшырыу ҡарал­ған. Өс участкаға һайлау бюллетендәрен эш­кәртеү комплексы ҡуйылды.
Миңзилә ШӘЙМӘРҘӘНОВА, Бәлә­бәй райо­ны­ның территориаль һай­лау комиссияһы рәйесе:
– Һайлау кампанияһына, ғәҙәттәгесә, һәр участ­ка яуаплы ҡараны, шуға ойоштороу мә­лендә лә, әле лә бер ниндәй ҡытыршылыҡ теркәлмәне. Бөтә участкалар ҙа техник ҡора­малдар менән йыһазландырылды, бөгөн-иртәгә комиссия ағзала­рының һуңғы уҡыуҙары ҡарал­ған, артабан бюлле­тендәр таратып биреләсәк. Ҡалала күреү һәләте буйынса инвалидтар өсөн ике махсус участка эшләйәсәк. Бынан тыш, беренсе тауыш биреүсегә, 100 йәшен тултырған һайлаусыға (ундайҙар районда унау) бүләктәр, дипломдар тапшырыу тан­танаһы, үҙешмәкәр ар­тистарҙың сығыштары планлаштырылған.
Зөлфиә ӘХМӘРОВА, Ҡырмыҫҡа­лы районы­ның территориаль һай­лау комиссияһы рә­йесе:
– Һайлауҙы беҙ сәйәси ваҡиға булараҡ ҡабул итһәк тә, халыҡ уны элек-электән үҙенә күрә бер байрам кеүек көтөп ала. Айырыуса ауыл ерен­дә үҙешмәкәр артистарҙың йыр-моңо оҙатыуында тауыш биреү күңелле бер мөхитте хасил итә. Шуға һайлауға халыҡ дәррәү йөрөй, әүҙем ҡатнаша. Ошоға тиклем ҡырмыҫҡа­лыларҙың был сарала ҡатнашыу күр­һәт­кесе 90 проценттан да кәм тер­кәл­гәне булманы. Быйыл да ошондай һөҙөмтә көтәбеҙ.
Римма ҒӘФИӘТУЛЛИНА, Яңауыл районы­ның территориаль һайлау комиссияһы рә­йесе:
– Күптән түгел районда булған көслө дауыл һайлау участкалары урынлашҡан бина­ларҙы урап үтте. Иҫке Көйөк ауылында ғына электр уты булмау сәбәпле, бер нисә көн телефондар эш­ләмәй торғайны, хәҙер улары ла көй­ләнде. Тө­бәктәге 48 һайлау участкаһының ба­ры­һы ла Берҙәм тауыш биреү көнөндә һай­лаусы­ларҙы ҡабул итәсәк.
Татьяна РОМАНЕНКОВА, Благовещен райо­ны­ның территориаль һайлау комиссияһы рәйесе:
– “Минең тауыш бер нәмә лә хәл итмәй” тигән заман үтте. Бөтәһе лә – үҙебеҙҙең ҡулда. Һәр һай­лаусыға ошо фекерҙе еткереү әлеге сәйәси кампа­нияның төп маҡсаты, тиһәк тә арттырыу булмаҫ. Дөйөм алғанда, һайлауға әҙербеҙ. Иң мө­һиме – халыҡ сәйәси ваҡиғаға яуаплы ҡараһын ине.
Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА яҙып алды.



Вернуться назад