Ҡала округы биләмәһендә 50 һайлау участкаһы ойошторолған. Берҙәм тауыш биреү көнөнә әҙерлек саралары планға ярашлы башҡарылды. Участка комиссиялары рәйестәре билдәләүенсә, эштә бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ юҡ.
Быйыл беҙҙәге өс участкала һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары ҡуйылды. Улар, беренсенән, комиссия ағзаларының эшен күпкә еңеләйтһә, икенсенән, тауыш биреү йомғаҡтарының ғәҙеллегенә ышанысты арттыра. Был аппараттарҙы хеҙмәтләндереү хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған комиссия ағзалары араһынан билдәләнгән махсус операторға йөкмәтелгән. Улар тейешле теоретик һәм практик әҙерлек үтте, бюллетендәр эшкәртеү комплексы менән эшләргә рөхсәт биргән танытма алды.
Хоҡуҡ һаҡлау органдары менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Иң мөһиме – комиссия ағзаларының һәм һайлаусыларҙың именлеге.
Эшебеҙ барыһы өсөн дә тулыһынса асыҡ булырға тейешлеген онотмайбыҙ. Был йәһәттән ҡала гәзите редакцияһында “тура бәйләнеш” ойошторҙоҡ, урындағы матбуғат баҫмаларында, телевидение каналдарында тейешле мәғлүмәтте даими биреп барҙыҡ.
Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев, ҡалабыҙҙа булып, һайлауға әҙерлек эштәренә ыңғай баһа бирҙе. Башҡортостан Президентын ваҡытынан алда һайлауҙы тейешле кимәлдә үткәрәсәкбеҙ, тип тулы ышаныс менән әйтә алам.
Дилүс ФӘРҮӘЗОВ,
территориаль һайлау комиссияһы рәйесе.