Пенсия фондтарының Эшмәкәрлеге10.09.2014
Граждандар үҙ пенсияһының тупланма өлөшөн йыйыу өсөн түбәндәге алымдарҙың береһен һайлай ала:
1) Дәүләт йәки шәхси идарасы компанияны һайлап, Рәсәйҙең Пенсия фонды аша.
Был осраҡта пенсия аҡсаһы шәхси иҫәптең махсус өлөшөндә айырым билдәләнә. Ул граждандың теләге буйынса Пенсия фонды тарафынан идарасы компанияға тапшырыла.
2) Дәүләткә ҡарамаған пенсия фонды аша.
Әгәр граждан бер фондты ла һайламаған икән, пенсия аҡсаһы Рәсәй Пенсия фонды тарафынан ил Хөкүмәте билдәләгән дәүләт идарасы компанияһының ышаныслы идараһына тапшырыла.
Һайлаған алымды
үҙгәртергә мөмкинме?
Хеҙмәт пенсияһының тупланма өлөшө тапшырылған ойошманы йылына бер тапҡыр үҙгәртергә мөмкин. Был осраҡта граждандар:
1. Идарасы компанияларҙың береһен һайларға;
2. Хеҙмәт пенсияһының тупланма өлөшөн дәүләткә ҡарамаған пенсия фонды аша туплауҙан баш тартып, уны Пенсия фонды аша дәүләт йәки шәхси идарасы компанияға тапшырырға;
3. Дәүләткә ҡарамаған бер пенсия фондынан икенсеһенә күсергә хоҡуҡлы.
Дәүләткә ҡарамаған пенсия фондын һайлағанда нимәгә иғтибар итеү зарур?
Фондтың эшләү осорона. Ойошма ярайһы уҡ оҙаҡ эшләй икән, был уның тотороҡлолоғо хаҡында һөйләй.
Пенсия алыусыларҙың уның эшенә биргән баһаһына.
Дәүләткә ҡарамаған пенсия фондының үҙ аҡсаһы булыу-булмауға. Шәхси аҡсаһы күп икән, тимәк, бындай фонд ышаныслы.