Елкән кирелгән, ыңғай ел иҫте...10.09.2014
Елкән кирелгән, ыңғай ел иҫте...
Фермерлыҡ юлына һәр кем үҙенсә аяҡ баҫа: кемдер ташламалы кредит юллай, кемдер нәҫел-ырыуына, туғандарына таяна, өсөнсөләр иһә шәхси хужалығын үҫтереп күсә. Был йәһәттән Илшат Мусинға бәхет йылмайған. Хәйҙәр Ғайсин етәкселегендәге “Акрополь” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә төҙөүсе-оҫта булып эшләгәндә, уларҙың бригадаһына ойошманың ял базаһын төҙөргә тура килә. Намыҫлы, тырыш кешене шунда уҡ шәйләйҙәр бит ул — ошонда идарасы вазифаһында ҡалырға тәҡдим итәләр. Тора-бара шәхси эшҡыуар танытмаһы алып, үҙ эшен аса. Бөгөн Мусин — районда аяғында ныҡлы баҫып торған фермерҙарҙың береһе.


— Тәүҙә 62 гектар ер алып баш­лағайным, һуңынан 112-гә еткерҙек, аҙаҡ тағы арттырҙыҡ, — ти Илшат. — Хәйҙәр ағай ҙа гел ярҙам итеп тора, район етәкселеге лә...
Бөгөн фермерҙың 300 гектарға яҡын һөрөнтө ере бар. Күптәр көнләшерлек, тәбиғәт ҡосағының иң хозур урынында уның хужалығы йәйелгән: тиҫтәгә яҡын аты кешнәй, йылғала ҡаҙҙары йөҙә, умарталыҡта бал ҡорттары геүләй. Умартасы Альберт Хәсәнов 20 баштан ашыу умарта ҡарай, уларҙың һанын тағы арттырырға иҫәп тота. Ринат Аблаевҡа ла эш етерлек — 400 баш ҡаҙ үҫтерә. Илшаттың тағы бер ярҙамсыһын атамаһаҡ яҙыҡ булыр — Юрий Липовских. Ҡулы алтын егеттең: “МТЗ” тракторын да йөрөтә, “Т-150”-не лә, бесән сапҡысты ла эйәрләй, “Нива” комбайнын да ауыҙлыҡлаған, кәрәкһә, “КамАЗ”-ға ла ултыра...
Елкән кирелгән, ыңғай ел иҫте...Ошондай ир-уҙамандар булғанда, яңы йүнәлештәр тураһында ла уйларға мөмкин. Был йәһәттән аныҡ эштәр ҙә бар. Мәҫәлән, быуала балыҡ үрсетә баш­лағандар, ял итергә килеүселәр өсөн йорт ҡуяндары аҫрала, бүҙәнә тотоп ҡарарға иҫәптәре.
— Беҙҙә тырыш, булдыҡлы фер­мерҙар байтаҡ. 104 хужалыҡтың күбеһе малсылыҡ менән шөғөлләнә, игенселек менән берлектә алып барыу­сылар ҙа етерлек. Һуңғы йылдарҙа йылҡысылыҡ, һарыҡсылыҡ, умартасылыҡҡа өҫтөнлөк бирә башланылар, — ти райондың баш агрономы, фермер хужалыҡтары ойош­маһы рәйесе Рафиҡ Алтынсурин.
Ата-бабаларыбыҙҙың боронғо шөғөл­дәренә иғтибар артыуы ҡыуаныслы. Тәбиғәт бында үҙе шуны талап итә төҫлө: йәнең ни теләй, күңелеңә ҡайһы тармаҡ яҡын — тот та башла тигән төҫлө. Әлбит­тә, ауырлыҡтарһыҙ булмай. Тик тәүге аҙымдарҙы барыбер яһарға кәрәк бит. Таяныр таяныстар ҙа бар. Мәҫәлән, умартасылыҡты ғына алайыҡ. Уны үҫтереү буйынса айырым программа ҡабул ителгән, “Эш башлаусы фермер” программаһы ла эшләй. Шәхси хужалыҡтар өсөн “Россельхозбанк” аша аҙ процентлы кредит юллап була...
Һүҙҙәр буш булмаһын өсөн Сәғит ауылынан Айҙар Ҡоланшинды атап китәйек. Уның 200 баштан ашыу умартаһы бар. Муйнаҡтан Ғилман Хәмиҙуллин, Әмир Мөхәмәтовтар ҙа унан ҡалышмай. Ә бына Сирғол ауылынан Нәфис Мәсәғүтов, Абҙандан Венера менән Рәлиф Яҡуповтар йылҡысылыҡты үҙ иткән. Юнир Ҡылысбаев (Самаҙы ауылы), Радик Сабиров (Ишемғол) һарыҡсылыҡҡа өҫтөнлөк биргән.
Уңыштар менән бергә төп проблемаларҙы ла атап үтергә кәрәктер. Улар, әлбиттә, ҡайҙа ла бер — алған, етештергән продукцияны һатыу.
— Мал күп ул фермерҙарҙа, шәхси хужалыҡтарҙа ла байтаҡ аҫрайҙар, — ти фермерҙар ойошмаһы рәйесе. — Һөттө лә тапшырырға, ҡаймаҡ, ҡорот итеп һатырға мөмкин. Ә бына итте һатыу ауырыраҡ. Нисек тә ошоно ойоштороу юлдарын эҙләйбеҙ.
Бына шулай, фермер Илшат Мусиндан ос алған уй тотош районды урап сыҡты. Хәйер, илдең һәр төбәгендәгесә, беҙҙә лә эш башлаусыларҙың яҙмышы бер тәртәгә егелгән. Иң мөһиме – урындарҙа “боҙ” күптән ҡуҙғалған. Һуңғы осорҙағы илдәге ауыл хужалығына ҡараштың үҙгәреүе лә ҡыуаныслы. Кем әйтмешләй, елкән кирелгән, ыңғай ел иҫте...


Вернуться назад