Ошо көндәрҙә Рәсәй Иҫәп палатаһының Дәүләт системалы анализ ғилми-тикшеренеү институты филиалы менән республиканың Контроль-иҫәп палатаһы араһындағы үҙ-ара хеҙмәттәшлеккә арналған “түңәрәк өҫтәл” үтте. Сарала Башҡортостан Хөкүмәте вәкилдәре, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың комитет етәкселәре, Мәскәү ҡунағы – институт директоры Владимир Щедров ҡатнашты.
– Хеҙмәттәшлек республикала дәүләт аудитын контроль-иҫәп палатаһы органдарында ҡулланыу йәһәтенән этәргес буласаҡ. Бөгөн иҫәп-хисап ойошмалары тикшереү, етешһеҙлектәрҙе асыҡлау менән генә шөғөлләнмәй. Иң мөһиме – ошо кәмселектәрҙе иҫкәртеү, йыш ҡабатланғандарын булдырмау. Тап ошо эштә беҙгә институт һәм уның филиалдары ярҙамға килә лә инде, – тип билдәләне Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһы етәксеһе Салауат Харасов.
Владимир Щедров иһә институт менән төбәктәге Контроль-иҫәп палатаһы араһында ныҡлы бәйләнеш булдырылыуын иғтибар үҙәгенә ҡуйҙы. Институттың ил буйынса ете филиалы бар. Уларҙың иң уңышлы эшләгәндәренең береһе – Башҡортостандағыһы.
– Беҙ, башлыса, Рәсәй Федерацияһындағы Контроль-иҫәп палаталарының эшен күҙәтеү һәм өйрәнеү менән шөғөлләнәбеҙ. Хужалыҡтарҙа барлыҡҡа килгән проблемаларҙы хәл итәбеҙ, анализлайбыҙ. Ошо һығымталарға таянып, контроль-иҫәп палаталарына эштә ҡулланыу өсөн тәҡдимдәр ебәрәбеҙ. Һуңғы ваҡытта бюджет-ара мөнәсәбәттәр мәсьәләһенә ҙур иғтибар бүлә башланыҡ, – тине Владимир Иванович.
Башҡортостандың финанс министры Рида Собханғолова үҙ сығышында бюджет-ара мөнәсәбәттәрҙең ни тиклем ҡатмарлы өлкә икәнен билдәләп үтте:
– Беҙҙең төбәктә 900-гә яҡын ауыл Советы, 60-тан ашыу муниципаль берәмек бар. Уларҙың социаль-иҡтисади үҫеше төрлөсә. Министрлыҡта бюджет-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләү мәсьәләһен ыңғай хәл итергә тырышабыҙ. Әммә сифатлы ревизия уҙғарған белгестәр етешмәй. Ошо өлкәлә институттан методик ярҙам кәрәк ине. Үҙебеҙҙең яҡтан мөмкин ҡәҙәре булышлыҡ итергә әҙербеҙ.
Фекер алышыуҙа Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың комитет рәйестәре Рузалия Хисмәтуллина, Елена Родина, Башҡортостандың Иҫәп палатаһы ғилми-тикшеренеү институты филиалы директоры Рәмил Биктимеров ҡатнашты.