Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте10.09.2014
Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының указдарына ярашлы, “Буринтех” фәнни-етештереү предприятиеһы водителе Әхмәҙиев Фәнил Фәһим улы, 487-се үҙәк авторемонт заводы мастеры Ғәлимов Альберт Радик улы, Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты профессоры Ғарифуллин Рәфил Хатмулла улы, Кама һыу бассейны идаралығының Башҡортостандағы бүлек начальнигы Горячев Владимир Сергеевич, Ҡариҙел районының Яугилде ауыл Советы башлығы Илалов Фәрит Мәснәүи улы, Хәйбулла юл ремонтлау-төҙөү идаралығы машинисы Илбәков Хәсән Ғилман улы, “Дортрансстрой” яуаплылығы сикләнгән йәм­ғиәтенең машина йөрөтөүсеһе Инсеғолов Рәхим Әҙһәр улы менән ошо уҡ предприятие слесары Исламов Валерий Фәнис улы, “Өфө” халыҡ-ара аэропортының хеҙмәтте һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау хеҙмәте начальнигы Ҡорбанова Лена Вәли ҡыҙы, Өфөләге “Уралдортранс” проект-етеш­тереү үҙәгенең баш инженеры Лузин Андрей Валерьевич, Әлшәй районының Ташлы ауыл Советы хакимиәте башлығы Мәүлийәров Ирек Рәйес улы, “Лесное” дәүләт ҡаҙна учреждениеһы директоры Мансурова Вера Александровна, “Өфө” халыҡ-ара аэропортының перрон һаҡлау хеҙмәте начальнигы Матвеева Инна Исхаҡ ҡыҙы, Илеш районы хакимиәтенең архив бүлеге начальнигы Мир­фәтихова Хәлә Фәһим ҡыҙы, Тәтешле юл ремонтлау-төҙөү идаралығы начальнигы Михәтов Фәрит Хәмәтнур улы, Транспорт идаралығының төп белгесе Мөхәмәтйәнова Әлмира Мөҙәрис ҡыҙы, 104-се юл файҙаланыу пред­прия­тиеһының төп инженеры Плотникова Ольга Леонидовна, “Өфө трикотажы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Сафина Римма Шәрифғәли ҡыҙы, Ҡансура газды ер аҫтында һаҡлау идаралығы начальнигы урынбаҫары Севастьянов Александр Викторович, Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең идарасы директоры урынбаҫары Семивеличенко Евгений Александрович, “Башкирдортранспроект” республика автомобиль юлдары һәм транспорт ҡоролмалары проект-тикшеренеү инсти­тутының төп инженер-проектлаусыһы Тихонова Ольга Ивановна, Борай юл ремонтлау-төҙөү идаралығы мастеры Усаев Айрат Рәлиф улы, Салауат ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф идаралығы начальнигы Хәбибуллина Фрүзә Йәғәфәр ҡыҙы, Бөрө юл ремонтлау-төҙөү идаралығы начальнигы Шакиров Данис Ғариф улы, Башҡортостан Республикаһының фәнни-техник өлкәләге бәләкәй пред­приятиеларға венчур инвестицияларын йәлеп итеүҙе үҫтереүгә булышлыҡ итеү фондының башҡарма директоры Шакирова Гөлшат Миҙхәт ҡыҙы Башҡортостан Респуб­ликаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде;
Өфө моторҙар эшләү берекмәһе хеҙмәткәрҙәре — участка мастеры Вәлиев Вәзих Миңләхмәт улына, оператор Смагина Евгения Николаевнаға — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған машина эшләүсеһе”, цех на­чаль­нигы Хәбибуллин Марат Фәрит улына “Баш­ҡортостан Республикаһының атҡаҙанған энергетигы” тигән маҡтаулы исемдәр бирелде;
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Секретариаты етәксеһе урынбаҫары Морозов Александр Герасимович Башҡортостан Республикаһы Президентының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.


Вернуться назад