Ҡырымдың Белогорск районы халҡы Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш райондарындағы ғәрәсәттән зыян күргәндәргә ярҙам итеү фондына бер көнлөк эш хаҡын күсерергә ҡарар итте.
Юлиә ӘСХӘТОВА, Яңауыл районының Шүдек ауыл хакимиәте белгесе:
– Илебеҙ халыҡтарына, ниндәй милләттән булыуына һәм ҡайҙа йәшәүенә ҡарамаҫтан, быуаттар төпкөлөнән килгән яҡшы сифаттар хас. Шуларҙың береһе – бәләгә тарығандарға бергәләшеп ярҙам ҡулы һуҙыу, зыян күргәндәрҙең хәленә инеү. Ҡырымдағы хәлдәрҙе, Рәсәйҙә йәшәгәндәрҙең барыһы кеүек, беҙ ҙә яҡын ҡабул иткәйнек. Дуҫлыҡ ауыр ваҡытта һынала, тип юҡҡа әйтмәгәндәр – уларҙың ярҙам ҡулы һуҙыуына бары тик оло рәхмәт әйтәбеҙ.
Кониг ауылындағы туғандарыма ла дауыл ҡаза килтерҙе: йорт ҡыйығы, бар ҡаралтылары тиерлек емерелде. Бар ауыл халҡы кеүек, дөйөм көс менән улар төҙөкләндереү эштәрен тамамлай. Туғандарым һәм Кониг халҡы исеменән ҡырымдарҙың үҙҙәренә имен-аман һәм тыныс тормош теләйем.
Сергей ВӘЛИЕВ, Краснокама районының Ҡарый ауылы:
– Көтмәгәндә килгән бәлә мине лә урап үтмәне: йортом ҡыйыҡһыҙ ҡалды, ихатам емереклектә. Ғәрәсәт эҙемтәләрен бөтөрөүгә төрлө тарафтан күп көс йәлеп ителде, әле лә ауылда төҙөү-төҙәтеү эштәре бара.
Дауылдан зыян күргәндәргә аҡсалата ярҙам бирелде, Ҡырым халҡының беҙҙең хәлгә инеүе лә, әлбиттә, оло ҡыуаныс. Бер илдә көн иткәс, башҡаса булыуы мөмкин түгелдер. Миһырбанлыҡтары өсөн уларға ла ҙур рәхмәт.
Илебеҙҙең күп милләтле халҡына киләсәктә лә шулай дуҫлыҡта һәм туғанлыҡта йәшәргә яҙһын!
Ансар НУРЕТДИНОВ яҙып алды.