Министрға һорау бир!10.09.2014
Белем биреү тармағының иғтибар үҙәгенән төшкәне юҡ. Былтыр 1 сентябрҙә көсөнә ингән яңы Закон, уға бәйле үҙгәрештәр һорауҙарҙы тағы ла күбәйтте. Ошоно күҙ уңында тотоп, редакцияла сираттағы мәртәбә республиканың мәғариф министры Әлфис Суфиян улы ҒАЯЗОВ менән “тура бәйләнеш” ойошторола.


Яңы Закон талаптары урын­дарҙа тейешенсә тормошҡа ашырыламы? Ата-әсә уҡыу йорто эшмәкәрлегендә яҡындан ҡатнашыу мөмкинлегенә эйәме? Мәктәптә туҡланыу нисек? Балалар баҡсаһына сират ҡағиҙәләренә ниндәй ҡараш­таһығыҙ? Тәртип боҙоу осраҡтары күҙәтеләме? Юғары уҡыу йортона ҡабул итеү шарттары менән ҡәнәғәтһегеҙме? Йәйге лагерҙарҙы ойоштороу эшен нисек баһалайһығыҙ? Ошо һәм башҡа һорау­ҙарҙы республиканың мәғариф министрына 17 сентябрҙә сәғәт 11-ҙән 1-гә тиклем 272-75-30 телефонына шылтыратып бирә алаһығыҙ. Хәбәрҙәрҙе алдан гәзиттең электрон почтаһына ([email protected]) яҙып ебәрергә, шулай уҡ 272-35-11 телефонынан әйтергә лә мөмкин.
P.S. Шашлык из баранины – общие принципы приготовления.


Вернуться назад