Маллы кеше — хәлле кеше10.09.2014
Маллы кеше — хәлле кеше
“Попутка”ға ултырғанмын. Машина шәп елә. Ҡапыл ғына өндәшмәҫ шофер тимер толпарының дилбегәһен тартты. “Бәй, — тип телгә килде ул, — ҡара әле, ҡара — көтөү йөрөй бит!” Баҡһаң, илде арҡыры-буй үткән урта йәштәге ирҙе беҙҙең көтөүлектәрҙә малдар уртлауы, йылға-күлдәрҙең ҡаҙ-өйрәк менән тулыуы аптырашта ҡалдырған. Ул — ауылда тыуып үҫкән крәҫтиән балаһы — тағы уйға сумды. Моғайын, балалыҡ, үҫмер йылдарындағы гөрләп торған тыуған төйәген иҫләгәндер...

Саҡмағош еренә аяҡ баҫҡас, ирек­һеҙҙән, ошо хәл иҫкә төштө. Көтөү-кө­төү малға, төҙөк ауылдарға, ба­ҫыу­ҙар­ҙы иңләгән комбайн-трактор­ҙарға, ферма эргәһендә өйөлгән һалам-бесәнгә һөйөнөп туймаҫлыҡ бит. Район малсылыҡ буйынса ла, иген­селектә лә һыр бирмәй. Һөт етеш­тереүҙә иһә тиңе юҡ.
— Бөтәһе 33 һөтсөлөк фермаһында 25 805 баш һыйыр малы аҫралһа, шуның 7805-е – һауын һыйыры, — ти ауыл хужалығы идаралығының бүлек мөдире Алмаз Камалов. — Районда алты тоҡомсолоҡ фермаһы, өс тоҡомсолоҡ заводы эшләй. Беҙҙең бар хужалыҡтарҙа ла белгестәр, малсы, һауынсылар етә.
Һандарға артыҡ туҡтап тормай, һөт һауыу, һатыу буйынса саҡмағош­тарҙың республикала алдынғылыҡта килеүен әйтеү ҙә етер ине. Улар шулай уҡ төрлө махсус программаларҙа әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, “500 ферма” республика программаһына ғына “Базы”, “Герой”, Ленин исемендәге, “Октябрь”, “Юлдаш”, “Волга” хужалыҡтары ҡушылған.
Маллы кеше — хәлле кешеБеҙ булған Ленин исемендәге хужалыҡта тоҡомсолоҡ заводы эшләй. Бында 2600 башҡа яҡын мал аҫралып, шуның 550-һе – һауын һыйыры. Йыл­ҡысылыҡҡа ла иғтибар ҙур — бөтәһе 334 баш ат иҫәпләнә, 10 башҡорт тоҡомло нәҫел айғыры тотола.
— Мал аҙығы әҙерләүгә төп иғтибарҙы йүнәлтәбеҙ, һәр башҡа кәмендә 45 центнер туплайбыҙ, — ти баш зоотехник Булат Зарипов. – “500 ферма” программаһына ҡушылыу яҡшы булды. Бынан өс йыл элек ике ферма ремонтланыҡ. 32 башҡа иҫәпләнгән бер яңы һауын залын йыһазландырҙыҡ.
Алда телгә алғанса, хужалыҡта һәр тармаҡта белгестәр, эшсе көс етә. Һа­уынсылар Фәйрүзә Ҡудашева, Зәлиә Ғәлимуллина, Гөлсирә Хәйретдино­валарҙың күрһәткестәре шәп. Быҙау ҡа­раусылар Лилиә Синәғәтуллина, Фәйрүзә менән Марат Хәбировтарҙы, малсылар Ришат Сафуанов, Рәдис Нәжмиевтәрҙе лә атап үтмәһәк яҙыҡ булыр.
Маллы кеше — хәлле кеше тигән­дәй, был әйтем эре хужалыҡтарға ла ҡағыла. Сөнки бөгөн күптәрҙе ит, һөт етештереү йәшәтә. Мәҫәлән, Ленин исемендәге хужалыҡ ҡына ла ете ай эсендә 39 миллион һумлыҡ һөт һатҡан.
Баҙар үҙ талаптарын ҡуя, крәҫтиән иһә эшләй-эшләй шарттарға яраҡлаша, хужалығын табышлы алып барыу юлын эҙләй, таба.


Вернуться назад