“Ашығыс ярҙам” ярҙамды алған10.09.2014
Өфөләге “Ашығыс медицина ярҙамы” станцияһы етәкселеге хеҙмәткәрҙәрҙең төнгө сменалары өсөн хаҡты тулыһынса түләй башланы.


Станцияның баш табибы Марат Йыһаншин әйтеүенсә, июль айында табиптарҙың уртаса эш хаҡы – 38,5 мең һум, фельдшерҙарҙыҡы — 26,5, шәфҡәт туташтарыныҡы 14,3 мең һум тәшкил иткән.
Хәҙер ойошма Мотлаҡ медицина страховкаһы фондынан финанслана. Ошоға бәйле хеҙмәт хаҡын түләүҙә өҙөклөктәр булған. Йыл башында табиптарҙың эш хаҡы былтырғы менән сағыштырғанда бер аҙ түбәнәйгән. Әле хәл яйға һалынған.
Ыңғай үҙгәрештәргә ҡарамаҫтан, станция хеҙмәткәрҙәре билдәһеҙ профсоюз тарафынан ойошторолған протест ғәмәлен дауам итә. Ҡайһы берәүҙәр 9 сентябрҙән аслыҡ иғлан итергә ниәтләй ине.
– Аслыҡ иғлан иткән кешеләр беҙгә бер ниндәй ҙә талап ҡуйманы, — тине Марат Йыһаншин. — Күрәһең, профсоюз, ғәҙәти алымды файҙаланып, коллективта ҡотҡо таратырға уйлай.




Вернуться назад