Ураҡ башланғандан алып республикала 1,96 миллион тонна иген йыйылған. Гектарынан уртаса уңыш 14,8 центнер тәшкил итә.
Әле 472,8 мең тонна бойҙай, 49,7 мең тонна борсаҡ, 512,4 мең тонна арпа, 169,1 мең тонна һоло йыйып алынған. Ҡалғаны — ужым культуралары индергән өлөш.
Республика буйынса, дөйөм алғанда, 1,37 миллион гектар майҙан сабылған, 1,33 миллионында иген һуғылған. Төбәктә эште беренсе булып Ейәнсура районы тамамланы.