Бәләбәй районындағы бөтә китапханаларҙа тауыш биреүҙә тәүге тапҡыр ҡатнашыусылар өсөн “Һайлаусылар сафына ҡабул итеү” байрамы уҙғарылды.
Үҙәк китапханала йәш һайлаусыларҙы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Виктор Пчелинцев тәбрикләне. Бында ҡалалағы өс мәктәптең өлкән класс уҡыусылары саҡырылғайны. Территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Минзилә Шәймәрҙәнова уларға һайлау ҡануниәтенең нигеҙҙәре, 14 сентябрҙәге һайлау, республика башлығы вазифаһына кандидаттар тураһында һөйләне. Виктор Пчелинцев Ҡоролтай эшмәкәрлеге, республикалағы хәл хаҡында һүҙ алып барҙы, уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Йәштәр, әңгәмәлә әүҙем ҡатнашып, Рәсәй Конституцияһына һәм һайлау ҡануниәтенә ҡағылышлы белемен күрһәтте.