“Вьетнам баҙары” ниңә туҡтауһыҙ яна?27.01.2012
“Вьетнам баҙары” ниңә туҡтауһыҙ яна?22-се янғын һүндереү отрядына Өфө ҡалаһының Дим биҫтәһендәге баҙарҙа ут сығыуы тураһында хәбәр килә. Халыҡта “Вьетнам баҙары” тип йөрөтөлгән был урында ҙур павильондар бихисап. Янғын 6-сы павильонда сыҡҡан. Еңел тоҡаныусы әйберҙәр һәм төҙөлөш материалдары янғанлыҡтан, ут бинаны тиҙ арала солғап та алған. Уны һүндереүҙә 73 янғын һүндереүсе һәм 16 берәмек техника ҡатнаша. Бинанан 23 кеше эвакуациялана. Шәхси эшҡыуарҙарҙың әйтеүенсә, уйынсыҡтар, кейем-һалым, сувенирҙар көлгә осҡан. Янғын 900 квадрат метрҙа ҡоторған. Бәхеткә күрә, яраланыусылар һәм һәләк булыусылар юҡ. Ҡотҡарыусылар утты ярты сәғәт эсендә һүндерә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бында эшләүселәр янғын хәүефһеҙлеге тураһында бик уйланмай шикелле. Коридорҙар тар, бөтә урын әйбер менән тулған. Һауа бик тынсыу. Тәҙрәләр юҡ. Павильондар, ғөмүмән, һатыу өсөн яраҡһыҙ. Улар ҡасандыр келәт булған. Йәйгеһен бында инеү менән түҙеп торғоһоҙ эҫенән баш әйләнә башлай. Ә кешеләр көнө буйы ошонда эшләргә мәжбүр. Нисек кенә булмаһын, бындай шарттарҙа янғын сығыуына бер ҙә аптырарға түгел. Мәҫәлән, былтыр баҙарҙа ике тапҡыр янғын сыҡты. Июлдә булғанында 200-гә яҡын шәхси эшҡыуар зыян күрҙе, уларҙың 200 миллион һумлыҡ тауары юҡҡа сыҡҡан. Шәхси эшҡыуарҙар уның бушҡа ғына булмауын, һатыу өсөн үҙ-ара көрәш башланыуы һәм юрамал ут төртөүҙәре тураһында фараз итә.
Баш ҡала хакимиәтендә, былтырғы янғындарҙан һуң, баҙарҙы ябыу тураһында һүҙ булғайны. Ләкин ваҡыт үтеү менән был онотолдо һымаҡ. Вьетнамдар һаман да эшләүен дауам итә. Хатта янғындың икенсе көнөндә үк һатыу итә башланылар. Утта зыян күргән әйберҙәрҙе осһоҙ хаҡҡа ғына “осорғандары” билдәле булғас, халыҡ бында ағылып килде. Ғөмүмән, баҙарҙа кеше һәр саҡ күп була. Айырыуса ял көндәрендә – баҙар шығырым тулы. Шуныһы ғына аяныс: халыҡтың хәүефһеҙлеге тураһында уйлаған кеше юҡ. Янғын ял көндәре сыҡһа, хәлдең нисек тамамланырын күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын.
Лилиә ҒАФАРОВА.


Вернуться назад