Башҡортостан Президенты вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Хәмитов Бешкәк ҡалаһында рәсми сәфәрҙә булды һәм Ҡырғыҙ Республикаһы Президенты Алмасбәк Атамбаев, шулай уҡ Премьер-министр Джоомарт Оторбаев менән осрашты.
Делегациябыҙ Ҡырғыҙстанға I Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарын асыу тантанаһында ҡатнашыу өсөн барҙы. Осрашыу башында ил етәкселеге Ҡырғыҙстан менән Рәсәй араһындағы ныҡлы хеҙмәттәшлектең әһәмиәтен, шулай уҡ Башҡортостан менән уртаҡ тарихҡа, ғөрөф-ғәҙәттәргә, берҙәм мәғлүмәти һәм мәҙәни-гуманитар киңлеккә эйә булыуҙы билдәләне.
Рөстәм Хәмитов, үҙ сиратында, ике республика араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү өсөн нигеҙ байтаҡ, тип белдерҙе.
Сәфәр хаҡында гәзитебеҙҙең киләһе һанында тулыраҡ уҡырһығыҙ.