Ауыл ерендә булдыҡлылар бынамын итеп донъя көтә. Ундайҙар Әбйәлил яғында ла етерлек. Мәҫәлән, заманында районда алдынғы етәксе булған, намыҫлы хеҙмәте менән дан алған Марат Хәлисов. Ҡуртымға алған күлдәренең береһе Үләнде буйында осратып, унан бер нисә һорауға яуап биреүен үтендек.
– Ҡуртымға күл алып, мәшәҡәттәрегеҙҙе арттырғанһығыҙ түгелме, Марат Хаммат улы?
– Ысынлап та, ауыр хеҙмәт, тәүлек әйләнәһенә эшләргә кәрәк. Ниәтемә ҡатыным ҡаршы килмәне, балаларым да ярҙам итеп тора. Беҙҙә күлдәр күп. Уларҙың тәрбиәләп тотолғандары бар, ҡарауһыҙҙары ла етерлек.
– Белеүемсә, юғары уҡыу йортонда зоотехник һөнәрен алып, ферма мөдиренән башланған хеҙмәт юлығыҙ ифрат бай: урындағы депутаттар советына етәкселек иткәнһегеҙ, урман хужалығы директоры булғанһығыҙ, халыҡ контроле комитетында уңышлы эшләгәнһегеҙ... “Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы” тигән исемегеҙ ҙә бар. Етештереү өлкәһендә хеҙмәт иткән кешене бындай награда нисек килеп тапҡан һуң?
– Урман хужалығына етәкселек иткән осорҙа туғыҙ мәктәп төҙөнөк. Аҙаҡтан ошондай юғары исем биреп, эшемде баһалағандары өсөн барыһына ла ҙур рәхмәтлемен.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер тармаҡтар бер-береһе менән элекке кеүек үк тығыҙ хеҙмәттәшлек итмәй. Ауыл хужалығына ҡараш үҙгәрҙе, күп ерҙә фермалар, мал бөтөрөлдө. Һөҙөмтәлә урындағы халыҡтың байтағы эшһеҙ ҡалды.
Үҙемә килгәндә, хаҡлы ялда булһам да, ҡул ҡаушырып ултырғы килмәне: күңелем балыҡсылыҡты үҙ иткәнлектән, ике күлде ҡуртымға алдым. Уларға селбәрә ебәрҙек, үҫкәндәрен тотоп, һатыуға сығарабыҙ.
– Эшегеҙҙе башлап ебәргәндә ярҙам иттеләрме?
– Яҡшы ғына булышлыҡ иттеләр, барыһына ла рәхмәт. Шуныһы ҡыуаныслы: район етәкселеге күлдәрҙе ерле халыҡҡа ҡуртымға бирергә тырыша. Төп маҡсатыбыҙ — һыу ятҡылығын, балыҡтарҙы һаҡлау. Юғиһә һуңғы йылдарҙа моторлы кәмәлә йөрөгәндәр күбәйҙе. Бер хыялым бар: һәүәҫкәр балыҡсыларға ҡармаҡлау өсөн яҡшы шарттар тыуҙырырға ине.
– Һеҙҙең юлды һайлағандарға ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?
– Бындай аҙымды яһаған кеше тәү сиратта хеҙмәт яратырға тейеш. Шулай уҡ күлде йәки быуаны яҡшы итеп өйрәнһен, унда ниндәй балыҡтар ебәрергә кәрәклеген белһен. Эште фәнгә бәйләп алып барыу мөһим.
– Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт. Эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.