Ауыҙҙа йөрөтәләр10.09.2014
Ауыҙҙа йөрөтәләр
Ата-әсәнең күбеһе балаларының янында булыуын теләй. Ә сыбар ҙур ауыҙ был йәһәттән хаттин аштырып ебәрә: яралғыларын ауыҙында йөрөтә.


Балыҡ шулай тоҡомон йырт­ҡыс­тарҙан һаҡлай. Селбәрәләр барлыҡҡа килгәс, уларҙы аҙым һайын ҡурҡыныс һағалай, әммә ҡасып ҡотолоу өсөн йөҙгөстәре көслө була. Ә ыуылдырыҡ быға һәләтле түгел. Шуға күрә инә балыҡ ыуылдырыҡ һалғас, атаһы уларҙы аталандыра ла ауыҙына йыя. Биш-ете көндән селбәрә барлыҡҡа килә лә үҙаллы йөҙөп китә.
Ауыҙҙа йөрөтәләрҘур ауыҙҙар үҙҙәре ҡаҙған өңдә йә­шәй, вертикаль торошта йөҙөп, бөтә ғүмерен шул тирәлә уҙғара. Атлантик һәм Һинд океандарында, Тымыҡ оке­андың Үҙәк Америка янындағы ярында күпләп үрсейҙәр.


Вернуться назад