Суртан менән йәйен мажаралары10.09.2014
Суртан менән йәйен мажаралары
Балыҡсы дуҫым һөйләгәй­не был хәлдәрҙе. Уларҙы һеҙҙең иғтибарға тәҡдим итәм.

– Көндәрҙең береһендә ба­лыҡ ҡармаҡлап ултыра инем. Төрлөһө эләгә – ҡорманы ла, сабағы ла, – тип бәйән итте ул. – Тотҡандарын ситлеккә һала барам. Бер ваҡыт уның янында ҙур балыҡ ҡойроғо хасил булды. Баҡтиһәң, бер суртан ситлеккә моронон терәгән дә ҡатып ҡалған. Тиҙ генә һөҙгөстө алдым да уны тоторға йүнәлдем – Хоҙай һорағанымды ишетте бит! Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тамашаны ҡарап торған­дарҙың береһе суртанды ҡурҡытып ебәрҙе. Балыҡтың да, минең дә еңел генә табыш алыу ниәтебеҙ тормошҡа ашманы.
Икенсе бер хәл. Ағиҙелдә бер ырғаҡлы һәм өс асалы ырғаҡҡа бәләкәй балыҡтарҙы турап кейҙереп, ике ҡармаҡ ташланым. Ниҙер килде. Бер ырғаҡлыны тартып сығарһам, ҙур ғына йәйен! Аҙаҡ өс асалыһын тикшереп ҡараһам, кейҙерелгән балыҡтарым юҡ. Ҡайтып, йә­йенде ярғас ҡына туралған теге киҫәктәрҙе уның эсендә күрҙем...


Вернуться назад