Табыш кемдә – еңеү шунда10.09.2014
Табыш кемдә – еңеү шунда
Районыбыҙ аша Ағиҙел, Сөн, Баҙы, Кеүәш, Минеште һәм башҡа йылғалар аға. Һыу буйында йәшәгәнгәлер, яҡташтарыбыҙ араһында оҫта балыҡсылар күп. Һәр йыл улар араһында бәйге үткәрелә. Быйыл да бик күңелле сара булды.

Уны Исәмәт ауыл Советы биләмәһендәге Йәйләү ауылының Яманһаҙ быуаһында уҙғарҙылар. Конкурсты асып, район хакимиә­тенең йәштәр сәйәсәте, спорт, физик культура һәм туризм буйынса комитеты рәйесе Раил Ғүмәров ярышта ҡатнашыусыларҙы тәбрик­ләп, иң изге теләктәрен еткерҙе.
Бәйгелә 50 балыҡсы көс һынашты. Ҡатын-ҡыҙ ҙа ир-аттан ҡалышмай ярышты. Бәйгенең шартына ярашлы, ике сәғәт эсендә иң күп табыш алғандар финалға сыҡты. Ир-ат араһында тәүге урындарҙы Руслан Сакаев, Илсур Солтанов, Марат Яхин бүлешһә, ҡатын-ҡыҙҙарҙан Фиданиә Маликова, Лилиә Ғафу­рова, Ғәлимә Ғәлиеваға етеүсе булманы. Шулай уҡ өлкәндәр, үҫмерҙәр, бәләкәстәрҙән еңеүселәр билдәләнде. Марсель Таһиров иң ҙур балыҡ тотоусы булып танылды.
Ярышта илештәр генә түгел, Өфө, Яр Сал­лы, Дүртөйлө ҡалаларынан килгән ҡунаҡтар ҙа ихлас ҡатнашты. Ғөмүмән, байрам бәләкәй һабантуйҙы хәтерләтте. Балыҡсыларҙан тыш, тамашасылар ҙа күп ине. Районыбыҙҙың танылған йырсылары Илнар Миңлекәев, Фәнис Яхин һәм башҡа үҙешмәкәр артистар халыҡҡа дәртле йырҙар бүләк итте.


Вернуться назад