Ҡамыш, томбойоҡ араһында нимә бар?10.09.2014
Ҡамыш, томбойоҡ  араһында нимә бар?
Карптар ғаиләһенә ҡараған ҡара­балыҡ Башҡортостанда ярайһы уҡ киң таралған. Балыҡсыларҙы ниндәй үҙенсәлектәре менән үҙенә ылыҡтыра һуң ул?


Беренсенән, ваҡ ҡына тәңкәләренең ҡояш­та төрлө төҫтәге нурҙар сәсеп ялтырауы һоҡландырһа, икенсенән, көслөлөгө менән айырылып тора. Күҙҙәре ҡыҙыл төҫтә, арҡа өлөшө ҡара йәшел, ныҡ лайлалы. Ите һәм тиреһе төрлө витаминға ифрат бай.
Ҡарабалыҡ – ҡыҙыҡтырғыс табыш. Уны нисек тотоу, ҡайһы урында ҡармаҡ һалыу хаҡында һәүәҫкәрҙәр баш ватыуҙан туҡтамай. Күпме балыҡсы – шунса фекер. Беҙ ҙә үҙ сиратыбыҙҙа ҡайһы бер тәжрибә алымдарыбыҙ менән уртаҡлаш­маҡсыбыҙ.
Ҡарабалыҡ йылғаның тымыҡ, ҡамышлы урынын, күлдең ләм ултырған ҡуйы томбо­йоҡ­ло ерен үҙ итә. Селәүсен, ҡарышлауыҡ, бө­жәктәр менән туҡлана, эремсек, бүртте­релгән бойҙай, икмәктән дә баш тартмай.
Ә ҡайһы ваҡытта яҡшы ҡаба һуң ул? Быны белмәгән балыҡсы, һис шикһеҙ, буш ҡул менән ҡайтасаҡ. Хәтер янсығына шуны һалып ҡуйығыҙ: ҡарабалыҡ ҡыҫҡа ғына ике осорҙа – май аҙағында (7–12 көн) һәм август – сентябрь айҙарында – шәп ҡаба. Йәй уртаһында әллә ни эләкмәй. Ыуылдырыҡты иң һуң сәскән балыҡтарҙың береһе ул. Тағы ла бер үҙен­сәлеге: ярҙан өс-биш метр алыҫлыҡта бил­дәле бер юлдан йөҙөүсән. Үләндәр ҡы­быр­­лай, һыу өҫтөнә һауа бөрсөктәре сығып тора икән, тимәк, ул ерҙә ҡарабалыҡ йөрөй. Иң яратҡан аҙыҡтарының береһен дә әйтеп үтәйек: ҡыҙыл тиреҫ селәүсененә ифрат шәп ҡаба.
Йоҡоһон йәллә­мә­гән балыҡсы һыу буйынан ҡоштарҙың таң­ғы сәләмен ише­теп, өҫтәүенә ҡарабалыҡ тотоп ҡайтыр. Иртә томанлы икән, ­би­герәк тә һәйбәт, әҙ-мәҙ ямғыр һибәләп торһа ла ярай. Кем ҡалҡыуыслы ҡармаҡ менән тоторға ярата, ҡарабалыҡ – уныҡы. Ҡал­ҡыуыстың ике-өс грамлығын ҡулланыу айырыуса яҡшы һөҙөмтә бирер. Тик бер нәмәне оноторға ярамай: селәүсен кейҙерелгән ырғаҡ үләнгә йә һыу төбөндәге мәтегә тейеп торорға тейеш түгел. Уны ел ваҡытында ғына ергә еткереп һалырға кәрәк.
Төп ҡармаҡ ебегеҙ 0,3 – 0,35 мм ҡалын­лығында булһа, осондағыһы 0,18 – 0,20 миллиметрҙан артмаһын. Туғыҙынсы, унынсы номерлы ырғаҡтарҙы ҡулланыу отошло. Ба­рыр урынығыҙҙы кистән емләргә онот­мағыҙ, иң уңайлыһы – тупраҡ ҡатыш эремсек.
Ҡалҡыуыстың һыу төҫөндәгеһен һайла­һа­ғыҙ, ҡарабалыҡты ҡурҡытмаҫһығыҙ. Ул һыуҙа яңғыҙ йөҙөүҙе хуп күрә. Алда әйтеп үткә­небеҙсә, башҡа балыҡтар һымаҡ уҡ иртә ме­нән яҡшы ҡабыусан, шулай уҡ төндә лә шәп эләгә. Был мәлдәр йылы, елһеҙ икән, ике-өс килограмлыҡтарын да тоторға мөмкин.
Ҡарабалыҡ ҡапһа, һыу өҫтөндә ятҡан ҡалҡыуысығыҙ яйлап ҡына ситкә, үлән, томбойоҡ араһына тартылыр. Төнөн яҡ­тыртҡыстар ҡуйырға онотмағыҙ. Киң таралған фидер ысулы менән дә ҡармаҡ­ларға мөмкин. Тик бер нәмәне иҫтә тотоғоҙ: төнөн ба­лыҡ ярға яҡын йөрөй, тимәк, урынды әҙ-әҙләп емләп торорға кәрәк.
Ҡарабалыҡтар көҙгә ҡарай, үлән араһы­нан сы­ғып, һыуҙа батып ятҡан ағас араларына йыйыла. Был ваҡытта уларҙы емләмәй тоторға ла була.
Әлеге төр балыҡ Ҡариҙел, Танып йылға­ла­рында ярайһы күп үрсегән. Республиканың көньяҡ-көнсығышындағы күлдәр ҙә уға бик бай. Әбйәлил районында хатта Ҡарабалыҡлы тигәне лә бар.


Вернуться назад