Төбәккә ныҡлы терәк09.09.2014
Төбәккә ныҡлы терәк
Игенселәр генә түгел, төҙөүселәр ҙә был көндәрҙә күк йөҙөнә йышыраҡ күҙ һала. Көндәр ҡояшлы һәм йылы торғанда, күңелле, эш тә ырай шул. “Элитстрой” йәмғиәте хеҙмәткәрҙәрен дә йөҙҙәре сыуаҡ көн кеүек яҡты сағында тап иттек Прогресс ауылында. Ошо көндәрҙә асыласаҡ “Тәүәкән” ауыл хужалығы предприятиеһының ит һәм ҡамыр ризыҡтары етештереү буйынса фабрика бинаһын төҙөүҙе тамамлап, һуңғы эштәрҙе теүәлләгән мәлдәре ине. Ысын мәғәнәһендә ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләткән биләмәлә баш инженерҙы йәки прорабты табыуы еңел булманы. Баш инженер Р. Шәйәхмәтовты әле генә асфальт түшәүселәр эргәһендә тиһәләр, икенсе ҡарағанда, иретеп йәбештереүселәргә күрһәтмә биреп йөрөй.

Тиҙ арала ҡалҡытҡандар фабрика бинаһын. Буш урында мөһа­бәт предприятие барлыҡҡа килгән. Ул ғына ла түгел, тотош комплекс хасил иткәндәр. Биш автомашина өсөн гараж әҙер, бөгөндән үк индереп ҡуйырға мөмкин. Ике ҡаҙанлыҡ та үҙ сәғәте һуғыуын көтә. Береһе газ менән эшләйәсәк, икенсеһе утын яғып йылытыуға иҫәпләнгән. Ҡаҙандары әле үк ҡайнап торамы ни! Эске яҡта ла мәж килеп һуңғы эштәрҙе теүәлләйҙәр ине. Баш ҡал­ҡытып, тирә-яҡты күҙәтергә фор­сат­тары юҡ: берәүҙәр ишек-тәҙрә­ләрҙе ҡайтанан күҙҙән үткәрә, икенселәр ҡорамалдарҙы урынлаштыра, өсөн­сөләр электр сымдары һуҙа.
Прораб Рәмил Айытҡужин, фабриканан алыҫ түгел яҡҡа күрһәтеп:
Төбәккә ныҡлы терәк— Килгәндә, моғайын, юлдың һул яғындағы техникаға иғтибар иткәнһегеҙҙер. Фабрикала эшләү­селәр өсөн ун йорт күтәреләсәк. Эш башланды ла инде. Уны төҙөү ҙә “Элитстрой” йәмғиәтенә ышанып тапшырылды. Предприятие директоры Валерий Павлов та шунда булырға тейеш, — тип үҙҙәренең туҡтауһыҙ эш өҫтөндә икәнлеген йәнә дәлилләне.
Ғөмүмән, “Элитстрой” йәмғиәте етәкселәре “төҙөйһөң икән, тимәк, киләсәккә ышанаһың” тигән девиз аҫтында йәшәй. Коллектив уртаҡ уй-хыял менән янған һөнәрмән­дәрҙән тупланған. Быйыл ғына улар­ҙың оҫта ҡулдары районда әллә күпме социаль әһәмиәтле биналар төҙөгән йәки үҙгәртеп ҡор­ған. Мәҫәлән, етем балалар өсөн коттедж төрөндәге 14 фатир файҙаланыуға тапшырылған. Тә­үәкән урта мәктәбе лә өр-яңы төҫ алған. Ауылдың мәҙәниәт йортон да ремонтлағандар. Былары, әлбиттә, һуңғы осорҙа атҡарылған­дары ғына.
Ғөмүмән, райондың йөҙөн яңыр­тыу­ҙа һәм күркәмләндереүҙә “Элитстрой” йәмғиәтенең өлөшө, һис шикһеҙ, ҙур. Быға үҙебеҙ ҙә Прогресс ауылындағы фабрика тө­ҙөлөшө миҫалында инандыҡ. Ниге­ҙенән алып үҙҙәре ҡороп, би­лә­мә­не заман талаптарына ярашлы итеп төҙөкләндереп тапшыралар за­каз­сыға. Шуға ла төҙөлөш баҙарында абруйҙары ҙур, ышаныслы һәм иң мөһиме – сифат мәсьәләһе тәүге сиратҡа ҡуйыла.
Әйткәндәй, ошо көндәрҙә Германиянан алынған ҡорамалдарҙы, улар­ҙың оҫталары бында саҡта, һынап ҡарағандар ҙа инде. Тәүге ҡоймаҡ төйөрлө була, тиһәләр ҙә, икмәктәре бик тә уңып бешкән.


Вернуться назад