Аҡмулланың хаҡ юлынан...09.09.2014
Аҡмулланың хаҡ юлынан...
Ваҡыт йүгерә. Уның менән бергә ғүмер саба, һин олоғайған һайын шәберәк саба; бөтмәҫ-төкәнмәҫ тормош мәшәҡәттәренә күмелеп, һин уның үткәнен дә һиҙмәйһең икән. Беҙҙең дә университет тамамлап, юғары уҡыу йорто дипломы алып, шау-гөр килеп республикабыҙҙың төрлө төбәгенә “хеҙмәт фронты”на таралышыуыбыҙға ла оҙаҡламай ярты быуат була икән.


Уйлаһаң, уйылып китерлек. Оҙаҡ йылдар буйына башҡорт филологияһы буйынса юғары белем биргән бер генә урын булды: беҙҙе лә юғары квалификациялы белгес яһап, оло тормош юлына фатиха биреп Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының (1957 йылдан — Башҡорт дәүләт университеты) тарих-филология (әле — башҡорт филологияһы һәм журналистика) факультеты оҙатты. Башҡорт теле һәм әҙәбиәт ғилемен асылда яңынан тергеҙгән, системалы, заманса фән юғарылығына күтәргән арҙаҡлы ғалимдарыбыҙҙың бөтәһе лә тиерлек ошонда белем алған. Бығаса бөтөнләй тейелмәгән өлкәлә тел һәм әҙәбиәт ғилеменең халыҡ-ара талаптары юғары­лығында хеҙмәттәр яҙыу, тарихи грамматиканы төҙөү, әҙәби те­ле­беҙҙең формалашыу проблемаларын тикшереү, орфоэпия, ор­фо­графия, синтаксис, стилистика, лексика, диалектология буйынса эҙләнеүҙәр алып барыу, әҙәбиәтебеҙҙең йөҙәр йыллыҡ тарихын тер­геҙеү, текстологияны юлға һалыу, һүҙ сәнғәтебеҙҙең эске ҡануниә­тен юллау, атаҡлы әҙиптәребеҙҙең ижади мираҫын барлау һәм хәҙерге уҡыусыға еткереү улар иңенә төштө. Әйтергә кәрәк, улар был бурысты намыҫ менән үтәп сыҡты, эстафетаны үҙҙәре тәрбиәләгән йәш быуын ғалимдарына тапшырҙы.
Һүҙ сәнғәтебеҙҙе донъя кимәленә сығарған шағирҙарыбыҙҙың, яҙыусыларыбыҙҙың, драматургтарыбыҙҙың ижад шишмәһе лә ошонан баш алды. Уларҙың исемдәрен генә һанап китеү ҙә бик күп урын алыр ине.
Шуныһын да иҫтән сығарырға ярамайҙыр: ысынбарлыҡ ни тиклем ҡатмарлы булһа, уны сағылдырған әҙәбиәт тә – шул тиклем ауыр өлкә. Уның тормошо тулы мәғәнәле булһын, тарихи миссияһы теүәлерәк үтәлһен өсөн кәрәкле шарттар булыуы фарыз: китап баҫыу эшенең, матбуғаттың, театр, кино сәнғәтенең, әҙәбиәт ғилеменең үҫешкәнлеге, уларҙың барыһын үҙ иткән уҡыусыларҙың күплеге һәм, әлбиттә, ошо өлкәләрҙең барыһында ла эшләгән кешеләрҙең донъяға ҡараштары системаһына нигеҙ һалған әҙәбиәт уҡытыусылары эшмәкәрлегенең юғары кимәле. Дөйөм әҙәби процесс өсөн уларҙың һәр береһе мөһим, һәр ҡайһыһы уны үҫтереүгә индергән хеҙмәтенә бәрәбәр баһа алырға лайыҡлы.
Бында әйтәсәк һүҙем академик Ғайса Хөсәйеновтың ғилми мәктәбендә тәрбиәләнгән ғалимдарҙың береһе, әлеге мәлдә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында эшләп йөрөгән филология фәндәре кандидаты, Яҙыусылар союзы ағзаһы Әхәт Вилданов хаҡында. Башҡорт дәүләт университетында беҙ бер осорҙа белем алдыҡ, бер уҡыу йылында хатта бер бүлмәлә йәшәнек. Шуға уның тураһында шәхес һәм ижадсы булараҡ күп нәмәне әйтә алам. Ул БДУ-ға 1962 йылда ингән булған, 1963 йылдың көҙөндә армияға алынып, өс йыл һалдат бутҡаһын ашағандан һуң, 1966 йылда яңынан икенсе курсҡа уҡырға килде. Миәкә егеттәре Кәбир Ноғоманов, Түләк Ғирфанов менән Әхәт Вилданов һәм мин дүртәүләп бер бүлмәлә йәшәнек. Ыҫпай, тәртипле, тырыш егеттәр. Ғөмүмән, ул осор йәштәре үҙ алдына маҡсат ҡуйып, шуға өлгәшер өсөн уҡыуҙа ла, башҡа йәһәттән дә, ул саҡтағы наҡыҫлыҡтарға ҡарамай, үҙ киләсәген аныҡ күҙаллап йәшәй ине. Шуғалыр ҙа һәр береһе һуңғараҡ тел һәм әҙәбиәт ғилеме, әҙәби ижад, журналистика, мәғариф өлкәләрендә дөйөм мәҙәниәтебеҙ үҫешенә ҙур өлөш индергән абруйлы шәхес булып китте.
Әхәт Ханнан улы үҙенең остаздарын оло ихтирам менән иҫкә ала торғайны. “Уҡытыусыларымдан уңдым”, – ти ине йыш ҡына. Шулай тип әйтерлеге лә булғандыр, һәм был элекке заманда уҡытыусыны илаһи зат тип күреп ололауҙың шауҡымы ғына ла түгелдер.
Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында илебеҙҙә тормоштоң бөтә өлкәләрендә лә дөйөм йәнлелек, бығаса күрелмәгән рух күтәренкелеге хөкөм һөрҙө. Халыҡ коммунизм төҙөү генә түгел, унда йәшәү ту­ра­һында ихлас хыялланды, аныҡ пландар ҡабул итте, хатта коммунизмда йәшәйәсәк кешеләрҙең әҙәп-әхлағы нисек булырға тейешлеге тураһында йыйылма кодекс та ҡабул ителде. (Ғәжәп: ул кодекстың принциптарының күбеһе мәшһүр Аҡмуллабыҙ унан быуат самаһы элек яҙған “Нәсихәттәр” тигән шиғырҙан күсереп алынған кеүек!) Бөтә был күтәрелештең ни менән бөткәнлеген, күп нәмәнең ҡоро иллюзия ғына булғанлығын беҙ бөгөн беләбеҙ. Әммә шуныһы мөһим: дөйөм мәҙәни үҫешебеҙҙең заманса яңы кимәлгә күтәрелеүе лә ошонан башланды. Фән, сәнғәт, мәғариф буйынса юғары белемле кадрҙар әҙерләү ҙә бығаса күрелмәгән уңыштарға өлгәшелде. БДУ-ла өр-яңы остаздар мәктәбе формалашты: Жәлил Кейекбаев, Хәнифә Зиннәтуллина, Миҙхәт Ғәйнуллин, Ғәли Сәйетбатталов, Нәғим Ишбулатов кеүек күренекле ғалим-педагогтар коллективына Әхмәр Аҙнабаев, Вәли Псәнчин, Марат Зәйнуллин, Марат Минһажетдинов кеүек әҙерлекле йәштәр өҫтәлде. Беҙҙең студент йылдарыбыҙ нәҡ ошо осорға тура килде. Был тәңгәлдә “Уҡытыусыларыбыҙҙан уңдыҡ!” тип барыбыҙ ҙа Әхәт Ханнан улына ҡушыла алабыҙҙыр.
Вуздан һуң юлдар айырыла: кемдер ғүмерен мәғариф, уҡытыу-тәрбиә эшенә бағышлай, кемдер яҙыусылыҡ эшенә, ижадҡа бирелә. Китап баҫыу эше, матбуғат, журналистика... Профсоюз, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, төрлө кимәлдәге етәкселәр... Хатта колхоз рәйестәре... Филолог тормош, йәшәйеш мәсьәләләре буйынса киң мәғлүмәтле, ҡайҙа ҡуйһаң да эшләй алырҙай белгес шул. Ә Вилданов артабан ғилем юлынан китә. 1970 йылда университетты тамамлап, бер йыл Күгәрсен районының Ибрай ауылында һигеҙ йыллыҡ мәктәптә уҡытҡандан һуң СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалына ҡараған Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының аспирантураһына инә. 1978 йылда филология фәндәре докторы Ғилемдар Рамазанов етәкселегендә “Башҡорт мәғрифәтселек әҙәбиәте һәм Мифтахетдин Аҡмулла поэзияһы” тигән темаға кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
Был осорҙа институтта академик Ғайса Хөсәйенов етәкселегендә көслө ғилми мәктәп ойоша: Әхнәф Харисов, Ғилемдар Рамазанов, Ким Әхмәтйәнов, Суфиян Сафуанов, Әнүр Вахитов, Мәҙинә Хәмиҙуллина, Вафа Әхмәҙиев, Рауил Бикбаев, Илдус Бүләков, Ғиниәт Ҡунафин, Мирас Иҙелбаев, Зәйтүнә Шәрипова, Миңлеғәли Нәҙерғолов... Исемдәре киң билдәле ошондай ғалимдар менән бер коллективта эшләүен дә яҙмыш бүләге тип һанай Әхәт Ханнан улы.
Әйтерлеге лә барҙыр: нәҡ ошо зыялыларыбыҙҙың тырышлығы менән башҡорт әҙәбиәт ғилеме киң тармаҡлы, ныҡлы үҫешкән системалы бер күренеш булараҡ формалашып етте; нәҡ ошо ғалимдарыбыҙ бығаса йәшәп килгән, бер нәмә менән дә дәлилләнмәгән, “башҡорт әҙәбиәте — Октябрь емеше ул” тип революцияның әһәмиәтен күпертеп күрһәтеү өсөн файҙаланылған сәйәси уйҙырманың дөрөҫ түгеллеген, башҡорт халҡының да дөйөм төрки мәҙәниәтенең, әҙәбиәтенең бик боронғо замандарына уҡ барып тоташҡан көслө һәм һутлы тамырҙары барлығын иҫбатлап, башҡорт әҙәбиәтенең йөҙәр йыллыҡ үҫеш юлын байҡап, алты томлыҡ фундаменталь хеҙмәт — “Башҡорт әҙәбиәте тарихы”н – яҙҙы; нәҡ уларҙың хеҙмәттәрендә һүҙ сәнғәтебеҙҙең эске тәбиғәте, йәшәйеш ҡанундары — теоретик нигеҙҙәре ентекле өйрә­нелде. Төрлө тарихи дәүерҙә йәшәгән, художестволы фекер үҫеше­беҙгә ҙур өлөш индергән мәшһүр әҙиптәребеҙҙең әҫәрҙәрен барлап, уларҙың ижади портреттарын тыуҙырыуҙы ла улар башҡарҙы.
Башҡорт донъяһы, мәҙәниәтебеҙ тарихы өсөн бығаса күрелмәгән ошондай глобаль мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ҡатнашыу, унда әҙ генә булһа ла һинең дә өлөшөң барлығын тойоу үҙе үк бәхет түгелме?

Рәүеф ШАҺИЕВ,
филология фәндәре кандидаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы ағзаһы.


(Аҙағы бар.)


Вернуться назад