Коммунистар республика өсөн яуаплылыҡты үҙ иңенә алырға әҙер!09.09.2014
Рәсәй Коммунистар партияһының Башҡортостан республика бүлексәһенән Башҡортостан Президентлығына кандидат Ҡотлоғужин Юнир Ғәлимйән улының программа-минимумы

(2014 йылдың 31 июлендә Рәсәйҙең социалистик йүнәлешле ғалимдары, бөтә кимәлдәге депутаттар, Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы, РКЭП, “Рәсәйҙең өмөтө” Бөтә Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙар союзы, эшселәр синыфы, крәҫтиәндәр, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнашлығындағы “түңәрәк өҫтәл”дә тикшерелде).
Совет власы йылдарында Башҡортостан сәнәғәт, ауыл хужалығы, төҙөлөш, транспорт тармаҡтары, ғилми ҡеүәте йәһәтенән дан ҡаҙанды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы 20 йылда бөтә ҡаҙаныштар юғалтылды. Ҙур заводтар, фабрикалар емерелде һәм ябылды, ҡалғандарында иһә эш урындары ҡыҫҡартылды, улар республика власы контроленән сығарылды.
Колхоз, совхоздарҙың күпселеге тарҡатылды, ҡалғандары ла бөлгөнлөк сигенә етте. Республикалағы колхоз ерҙәренең өстән бер өлөшө тәғәйенләнеше буйынса файҙаланылмай, күп баҫыуҙарҙы ҡарағура, ҡыуаҡлыҡтар баҫты. Республикала һыйыр малы һаны бер нисә тапҡырға кәмене, йәмәғәт секторында һарыҡсылыҡ менән сусҡасылыҡ тармағы юғалыу сигенә етте. Халҡыбыҙ осто-осҡа ялғап, фәҡирлектә йәшәй. Аҙыҡ-түлеккә, яғыулыҡ-майлау материалдарына хаҡтың һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа, торлаҡҡа тарифтарҙың даими артыуы бәкәлгә һуға.
Тауар етештереүселәр бөгөн юғалып ҡалмау өсөн закон боҙоуҙарға барырға мәжбүр. Ҡасандыр сифатлы ауыл хужалығы продукцияһы сығарған республика бөгөн яртыһынан күберәге шикле тауарҙы сит илдән ташырға мәжбүр. Республикала яҡшы хеҙмәт хаҡы түләнгән урын таба алмаған йәш белгестәр даими ситкә китә: квалификациялы эшсе кадрҙар әҙерләү тормошҡа ашырылмай тиерлек. Был хәл юғары технологиялы етештереүҙе хәүеф аҫтына ҡуя; юлдарҙы төҙөкләндергәндә аҡса бик күп сарыфлана, сифатҡа контроль булмау арҡаһында өҫтәмә сығым түгергә тура килә; тейешле интернациональ-патриотик тәрбиә булмау сәбәпле милләтселек үҫә, йәштәр Рәсәй һәм Башҡортостан тарихын белмәй, уға ҡарата кире мөнәсәбәт тыуа, ғәҙәти ҡиммәттәр юғалтыла.
Ошондай шарттарҙа республика етәксеһе өсөн һул центризм хөкүмәтен – “Халыҡ ышанысы хөкүмәте”н – ойоштороуҙы, республика һәм район-ҡалалар етәкселегенә юғары квалификациялы белгестәрҙе һайлап алыуҙы өҫтөнлөклө маҡсат тип иҫәпләйем. Минеңсә, төп бурыс – дәүләт предприятиеларын һәм ерҙе артабан хосусилаштырыуҙы туҡтатыу.

Сәнәғәт һәм ауыл хужалығы

Ғәмәлдәге сәнәғәт производствоһын реконструкцияларға һәм конкуренция ҡеүәһенә эйә булған продукция сығарырға, импортты алмаштыра алырлыҡ тауарҙар етештереүгә өлгәшергә, юл төҙөлөшөн уйлап үҫтерергә кәрәк. Башҡортостан ғалимдарының эшен дәртләндереп, алдынғы тәжрибәне һәм һуңғы фән ҡаҙаныштарын файҙаланыуға индереү шарт. Ауыл хужалығы өлкәһендә дәүләт, коллектив-кооператив һәм шәхси милек формаларын һаҡлап ҡалыу фарыз. Ташландыҡ ауылдарҙа колхоз төҙөргә, аграр секторға кредитлауҙың льготалы системаһын ойошторорға, дәүләт бюджетынан кәмендә 10 процент күләмендә субсидия бүлергә кәрәк. Ауыл хужалығы продукцияһын әҙерләүҙе табындарыбыҙ үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлектән һығылып торорлоҡ итеп ойоштороу зарур. Һәр ауылда бүлексәләр рәүешендәге производстволар, бригадалар, фермер хужалыҡтары, башланғыс мәктәптәр һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттары эшләргә тейеш.
Һалым һәм йыйымдарҙың 70 процентын артабан да федераль ҡаҙнаға тапшырһаҡ, сәнәғәт етештереүе тауарҙарын, ауыл хужалығы продукцияһын арттырыуға өлгәшә алмаясаҡбыҙ. Рәсәй Дәүләт Думаһында коммунистар талап иткәнсә, керемдәрҙең 50 процентын ғына федераль ҡаҙнаға күсереүгә өлгәшеү шарт. Республика дотациялы төбәк булмаҫҡа тейеш.

Торлаҡ-коммуналь
хужалыҡ проблемалары


Коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең реформа йылдарындағы эшмәкәрлегенә анализ яһарға кәрәк. Граждандарыбыҙҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндергән идарасы компанияларҙы һаҡлап ҡаласаҡбыҙ, ә беркетелгән йорттарҙы, участкаларҙы тәртиптә тотмаған, торлаҡ хужаларынан аҡсаны нигеҙһеҙ түләткән ойошмалар, юридик баһа бирелгәндән һуң, эшмәкәрлеген туҡтатырға мәжбүр буласаҡ.
Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, пенсионерҙар, инвалидтар һәм күп балалы ғаиләләр өсөн торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр хаҡы ғаилә килеменең 10 процентынан артмаҫҡа тейеш.

Төҙөлөш


Сәнәғәт объекттары һәм торлаҡ төҙөү шарттарын ҡайтанан ҡарау фарыз, сөнки бөгөн Хөкүмәт төҙөлөш комплексын заказдар һәм аҡса менән тәьмин итмәй. Беҙ уҡыу йорттарын тамамлаған йәш белгестәрҙең эшкә урынлаштырылыуына һәм торлаҡ алыуына, ә йәш ғаиләләрҙең бер бүлмәле фатир менән тәьмин ителеүенә өлгәшәсәкбеҙ. Ғаиләһен 10 йыл дауамында һәм артабан да һаҡлап ҡалған осраҡта, уларға фатир милеккә биреләсәк. Социаль торлаҡ төҙөүҙе арттырыу шарт.

Кадрҙар хаҡында

Урта һәм юғары звено кадрҙарын әҙерләүҙе һаҡлап ҡаласаҡбыҙ, квалификациялы эшселәр әҙерләү системаһын кире ҡайтарасаҡбыҙ. Республика предприятиеларында хеҙмәт коллективтары советтарын тергеҙәсәкбеҙ.
Зиннәтле һарайҙарҙа йәшәгән, зауыҡлы сит ил машиналарында елдергән, шул уҡ ваҡытта етәкселек иткән объекты зыян күреп эшләгән, республика дотациялары иҫәбенә йәшәгән төбәк, район түрәләренең яуаплылығын арттырасаҡбыҙ. Республика етәкселәренән һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарынан ентеклерәк контроль талап итәсәкбеҙ. Халыҡ контролен тергеҙәсәкбеҙ.
Күрһәткестәрҙе арттырып яҙыуға юл ҡуйырға ярамай. Һайлауға хакимиәттәрҙең ҡыҫылыуына кәртә ҡуясаҡбыҙ, уның ғәҙел һәм намыҫлы үтеүенә өлгәшәсәкбеҙ.

Бюджет өлкәһе

Илде һәләкәткә килтергән ҡулайлаштырыу процесын мөмкин тиклем әкренәйтеү шарт. Ауылда мәктәптәрҙең һәм фельдшер-акушерлыҡ пункттарын ябыуҙы туҡтатырға кәрәк. Түрәләрҙең шәхси фекере нигеҙендә генә уҡытыусыларҙы һәм медицина хеҙмәткәрҙәрен кәметергә ярамай. Эш хаҡын арттырыу менән бер үк ваҡытта ташламаларҙы ғәмәлдән сығарыу дөрөҫ түгел, сөнки был асылда килемдең кәмеүенә килтерә.
Мәғарифты һәм һаулыҡ һаҡлауҙы коммерциялаштырыуға кәртә ҡуйырға кәрәк. Балалар баҡсаһында урын мәсьәләһен яңы биналар төҙөү юлы менән генә түгел, шулай уҡ сиратта торған ата-әсәләргә йәшәү минимумынан түбән булмаған күләмдә пособие түләү иҫәбенә лә хәл итеү фарыз.
Мәктәптәрҙең, мәҙәниәт учреждениеларының, киң мәғлүмәт сараларының иғтибарын хәрби-патриотик, әхлаҡи, интернациональ тәрбиә биреүгә йүнәлтергә, төрлө милләтсел кәйефкә кәртә ҡуйырға кәрәк.
Ҡала, райондарға аҡсаны ныҡлы уйлап һәм тигеҙ итеп бүлеү фарыз.

Бәләкәй һәм
урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам


Урындағы һалым төрҙәре, пенсия һәм башҡа бүлемдәр тураһындағы мәсьәләләрҙе ҡануниәт кимәлендә хәл итергә, физик берәмектәрҙең килеменә һәм зиннәткә прогрессив һалым индереүҙе Рәсәй кимәлендә күтәрергә кәрәк.

“Һуғыш балалары” тураһында

1928 йылдан 1945 йылға тиклем тыуған кешеләр өлөшөнә ауыр яҙмыш насип булды: уларҙың бала сағы яу йылдарына тура килде, һуғыштан һуң илдәге емереклекте улар тергеҙҙе. Бөгөн ошондай кешеләрҙең күпселеге ни бары 6 – 9 мең һум пенсия ала. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға индергән тәүге законым “Һуғыш балалары тураһында”ғы закон буласаҡ.

Тирә-яҡ мөхитте һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын һаҡлау

Республикала тәбиғәт байлыҡтарын, йылға-күлдәрҙең таҙалығын, урмандарҙы, йәнлектәр донъяһын, тарихи ҡомартҡыларҙы һәм архитектура һәйкәлдәрен һаҡлау өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Власть органдары ошо өлкә хеҙмәткәрҙәренә матди ярҙам күрһәтергә тейеш. Ҡайһы бер райондарҙа В.И. Лениндың һәйкәлдәрен, тарихи һәм мәҙәни ҡиммәтен юғалтты тип, икенсе урынға күсерәләр йә иһә бөтөнләй емерәләр. Беҙҙеңсә, быға юл ҡуйырға ярамай.
Гүзәл тыуған яғыбыҙ кешеләрҙе һәр йәһәттән ҡыуандырырға, уларға имен йәшәү һәм эшләү, уҡыу һәм ял итеү, үҙҙәренең һәм балаларының һаулығын һаҡлау, сабыйҙарын бар яҡлап камил, илһөйәр, интернационалистар итеп тәрбиәләү мөмкинлеген бирергә тейеш.
Беҙҙең
лозунгтар:


lКПРФ – халыҡ партияһы!

lРеспубликаға – яңы курс!

lЫсын үҙгәрештәрҙе – тыныс юл менән тормошҡа!

lТарифтарҙың үҫешенә – юҡ!

l“Һуғыш балаларына” ярҙам итәйек!

lБалалы ғаиләләргә яңы ташламалар!


Вернуться назад