“РӘСӘЙ ФЕДЕРАЦИЯҺЫ КОММУНИСТАР ПАРТИЯҺЫ”
сәйәси партияһының БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКА БҮЛЕКСӘҺЕНӘН Башҡортостан Республикаһы Президентлығына кандидат
Ҡотлоғужин Юнир Ғәлимйән улы 1958 йылдың 25 апрелендә Күгәрсен районының Аралбай ауылында тыуған. Ун бер йәштән, бөтә ауыл малайҙары кеүек үк, йәйге каникул мәлендә “Октябрь” колхозында эшләй. Институтта уҡығанда, ял осоро етһә, ағаһы менән ДТ-75 тракторында ерҙе туңға һөрөү менән мәшғүл була. 1975 йылда Йомағужа урта мәктәбен тамамлай һәм колхоз йүнәлтмәһе буйынса Башҡортостан ауыл хужалығы институтының ветеринария факультетына уҡырға инә.
Артабан “Октябрь” колхозының баш ветеринар врачы итеп тәғәйенләнә, йәмәғәт башланғысында колхозда ВЛКСМ комитеты секретары итеп һайлана, 1983 йылдың апрелендә КПСС-тың Күгәрсен райкомына ауыл хужалығы бүлеге инструкторы итеп күсерелә, ә 1984 йылдың ноябрендә райондың иң ҙур хужалығының – “Октябрь” совхозының – партком секретары вазифаһына тәғәйенләнә. 1988 йылда халыҡ депутаттарының Күгәрсен район Советы депутаты итеп һайлана.
Ул совхозда эшләгән йылдарҙа хужалыҡ етештереү, мәҙәниәт һәм спорт күрһәткестәре буйынса алдынғы урындарҙы яулай, дәүләткә 11 мең тонна иген тапшыра. Был район буйынса тупланған игендең 20 процентын тәшкил итә.
1990 йылда Свердловск юғары партия мәктәбенең ике йыллыҡ көндөҙгө бүлексәһен тамамлай һәм ошо уҡ йылдың мартында – КПСС-тың Күгәрсен райкомы секретары, 1991 йылдың ғинуарында беренсе секретарь итеп һайлана.
Компартия эшмәкәрлеге тыйылғас, районда Крәҫтиән хужалыҡтары ассоциацияһын ойоштора, “Мораҡ” совхозы директоры була. Ошо уҡ осорҙа ҡайтанан Күгәрсен район Советы депутаты итеп һайлана. Был йылдарҙа ауыл хужалығындағы әҙерләү ойошмалары тауар етештереүселәр менән бартер ярҙамында ғына иҫәпләшә. Хеҙмәткәрҙәрен аҡса менән тәьмин итеү өсөн Ю.Ғ. Ҡотлоғужин район хужалыҡтары араһында беренсе булып совхоздың ауыл хужалығы продукттарын һатыу буйынса Салауат ҡалаһында “Мораҡ” сауҙа үҙәген аса.
Рәсәй Федерацияһының Коммунистар партияһын агитациялау йәһәтенән әүҙем эш алып барған коммунисҡа район етәкселеге һәр йәһәттән ҡамасауларға тырыша, биналарға ҡуртым договорын законһыҙ тарҡата. Йыл буйы Ҡотлоғужин республиканың власть органдарында һәм район, республика судтарында, Башҡортостандың, Екатеринбург ҡалаһындағы Урал округының Юғары арбитраж судтарында ғәҙеллек эҙләй. Айырым суд процестарында еңеүенә ҡарамаҫтан, уға эшләргә мөмкинлек бирмәйҙәр.
2005 йылдың сентябрендә генә ул “Күпер төҙөү идаралығы” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенә икмәк бешереү ҡорамалдарын йүнәтеү слесары булып эшкә урынлаша ала. Тағы ла ярты йылдан төҙөлөш-монтаж эштәре мастеры булып китә.
2010 йылдың мартынан 2014 йылдың майына тиклем Башҡортостандың Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығында конкурс нигеҙендә йәнлектәр донъяһы объекттарын, уларҙың йәшәү мөхитен һаҡлау, файҙаланыуға контроллек итеү һәм көйләү буйынса төп белгес-эксперт булып эшләй. Быйыл апрелдә Рәсәй Коммунистар партияһы Башҡортостан рескомының икенсе секретары итеп һайлана.
Юнир Ҡотлоғужин – 1982 йылдың октябренән партия ағзаһы, 2003 йылдың ғинуарынан Рәсәй Коммунистар партияһы Күгәрсен райкомының беренсе секретары, Башҡортостан рескомының бюро ағзаһы.
2013 йылдың февралендә партияның ХV съезында Рәсәй Коммунистар партияһының Үҙәк контроль-ревизия комиссияһы ағзаһы итеп һайлана. Дәүләт Думаһы депутаты А.Д. Талдычиндың ярҙамсыһы булараҡ, Башҡортостанда халыҡты көнүҙәк мәсьәләләр буйынса даими ҡабул итә, уларҙы яйға һалыуға өлгәшә.
Рәсәй Коммунистар партияһының Үҙәк Комитеты Президиумы тарафынан партияның иң юғары наградаһы – “Партиялағы ҡаһарманлыҡ” ордены менән бүләкләнгән.
Запастағы капитан. Өйләнгән. Ике ҡыҙы һәм бер улы, шулай уҡ ейәнсәре һәм ике ейәне бар.
Рәсәй Коммунистар партияһы Башҡортостан республика бүлексәһенең 2014 йылдың 22 июнендә үткән отчет-һайлау конференцияһында Башҡортостан Президенты вазифаһына кандидат итеп күрһәтелә.