Сит ил тауарҙарын Рәсәйгә индереү тыйылғандан һуң баҙар менән халыҡ араһындағы мөнәсәбәт үҙгәрҙеме? Ошо һорау менән беҙ йәнә баш ҡала магазиндарына юл тоттоҡ. Айырым күҙәтеү аҫтына ҡуйылған ҡаймаҡ, пастеризацияланған һөт, бөртөклө ҡара сәйҙең хаҡы бер тингә лә артмауы асыҡланды.
Санкциялар иғлан ителгәндән һуң сауҙа кәштәләре бушап китмәне, киреһенсә, республикабыҙҙа етештерелгән аҙыҡ-түлек менән тулыланды. Хаҡы 89 һум 90 тиндән 105 һум 95 тингә күтәрелгән балыҡ мәсьәләһе генә тотороҡһоҙ. Был йәһәттән проблеманы Башҡортостандың күмәртәләп һатҡан компаниялары берлектә хәл итмәксе.
– Яҡын арала һыуытыу камералары, келәт биналары менән тәьмин итәсәк бер нисә логистик компания билдәләнәсәк, – тине Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе Рөстәм Камалетдинов “Интерфакс” мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында.
Күмәртәләп сауҙа итеүселәр бергә тупланып, Алыҫ Көнсығыш һәм Төркиә илдәренең балыҡ һатҡан ойошмаларына мөрәжәғәт итәсәк. Әлеге көндә ҡулланылған балыҡтың дөйөм күләменең 10 проценты ғына республикала етештерелә, ә ҡалған 90-ы ситтән килтерелә. Бушай барған ассортиментты тулыландырыу маҡсатында киләсәктә Башҡортостан һыу һаҡлағыстарында балыҡ үрсетеү буйынса проект әҙерләнәсәк, инвестор ҙа йәлеп ителәсәк.
Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты рәйесе белдереүенсә, дөйөм алғанда, республикала сауҙа хәүефһеҙлеге булдырылған, үҙебеҙҙе аҙыҡ-түлек менән тәьмин итерлек хәлдәбеҙ. Сит илдә етештерелгән сырҙар магазин кәштәләренән юғалһа ла, Бәләбәй һөт комбинаты эште үҙ ҡулына алған, яңы рецепт өлгөләрен индереү ҙә әүҙем бара. Аҙна эсендә генә ит, балыҡҡа хаҡтың артыуын Рөстәм Камалетдинов эмбарго менән бәйләмәй, был хәл июль айында уҡ күҙалланып, һатыусылар иҫкәртелгән булған.
Аҙыҡ-түлек менән бойондороҡһоҙ һәм өҙлөкһөҙ тәьмин итеү маҡсатында йәшелсә-емеш питомниктарын тергеҙеү, уларҙы һаҡлау, күмәртәләп һатыу урындары төҙөү ҡулай. Аҙна һайын ауыл хужалығы йәрминкәләрен ойоштороу ҙа күҙ уңында тотола.
– Былар барыһы ла фермерҙар һәм ауыл халҡы тауарын һатып алыусыға тура тәҡдим итә алһын өсөн эшләнә, – тине Рөстәм Рим улы.