Хәйҙәр ВӘЛИЕВ: “Беҙҙең эшмәкәрлек асыҡлыҡҡа нигеҙләнгән”09.09.2014
Хәйҙәр ВӘЛИЕВ: “Беҙҙең эшмәкәрлек асыҡлыҡҡа нигеҙләнгән”
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, үткән аҙнала республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев халыҡты борсоған һорауҙар буйынса “тура бәйләнеш” үткәрҙе. Көнүҙәк мәсьәләләргә ҡағылышлы ҡайһы бер яуаптарҙы гәзит уҡыусылар иғтибарына тәҡдим итәбеҙ.


— Һаумыһығыҙ, Хәйҙәр Арыҫлан улы! Баймаҡтан Рәшит Үтәев шылтырата. Мөмкин булһа, ике һора­уым бар ине. Башҡортостанда һайлау кампанияһы дүрт йылға яҡын инде һеҙҙең етәкселектә ойошторола. Өйрәнеп тә киткәнһегеҙҙер, тәжрибә лә бар. Әммә быйыл республика Президентын һайлайбыҙ. Был икеләтә яуаплыраҡ, минеңсә. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
— Дөрөҫ, яуаплылыҡ иҫ китмәле. Тик бынан алдағы кампаниялар ҙа — Рәсәй Президентын, Дәүләт Думаһына, Дәүләт Йыйылышына депутаттар һайлау — шулай уҡ әһәмиәтле ине. Республика һайлауҙарын ойоштороусыларҙың эшмәкәрлеге, һәр ваҡыттағыса, ғәҙеллеккә, асыҡлыҡҡа йүнәлгән.
— Икенсе һорауым исемле участкаларға ҡағыла. Күптән түгел Әбйәлил, Ҡырмыҫҡалы һәм Бәләбәй ра­йон­да­рындағы өс участкаға билдәле шәхестәрҙең исе­ме бирел­де. Был төбәктәр исемлеге нимәгә нигеҙ­ләнеп төҙөлдө? Беҙҙең Баймаҡта ла лайыҡлылар юҡ инеме ни?
— Быйыл апрелдә баш ҡалала Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Чуров ҡатнашлығында семинар-кәңәшмә үткәйне. Шунда Владимир Евгеньевич урын­дар­ҙа исемле һайлау участкалары булдырыу идеяһын тәҡдим итте. Фекер оҡшап ҡалды, эш башланыҡ. Иң тәү­ге­ләрҙән нәҡ ошо өс район — Әбйәлил, Ҡырмыҫҡалы һәм Бәләбәй — үҙ кандидаттарын күрһәтте лә инде. Беләм, Баймаҡ районынан сыҡҡан күренекле шәхестәр бик күп. Әле лә һуң түгел — яҡташтарығыҙ әүҙемерәк булһын.
— Һаумыһығыҙ! Учалынан борсойҙар. Ирем Себер яҡтарына йөрөп эшләй. Берҙәм тауыш биреү көнөндә лә ситтә буласаҡ. Уға нисек һайларға — теркәүҙән төшөрөү танытмаһын алайыҡмы?
— Теркәүҙән төшөрөү танытмаһы республикала ғына ғәмәлдә була ала. Әгәр иптәшегеҙҙең хеҙмәт урыны Башҡортостандан ситтә икән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул был һайлауҙа ҡатнаша алмаясаҡ.
— Хәйерле көн, Хәйҙәр Арыҫлан улы! Өфөнән Флүрә Солтанова булам. Элегерәк төбәк башлығын һайлау халыҡтың 50 проценттан ашыуы тауыш биргән осраҡта ғына үткән тип иҫәпләнә ине. Хәҙер ошо йәһәттән сик бармы?
— Юҡ, минималь күрһәткес 2006 йылда бөтөрөлдө. Һайлауҙар нисә кеше килһә лә үтте тип һаналасаҡ. Ә тауыш биреүҙә ҡатнашҡандарҙың 50 проценттан ашыуы хуплаған кандидат һайланған тип иҫәпләнәсәк.
— Әбйәлилдән шылтыратам. Яҡташыбыҙ Таһир Кусимовтың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән халыҡ­тың тәҡдимен кире ҡаҡманығыҙ. Ҙур рәхмәт. Хәҙер беҙҙең һайлау участкаһы легендар генерал-майорҙың исемен йөрөтә. Ә башҡалар бындай статусҡа дәғүә итә аламы? Әйтәйек, “Красная Башкирия” совхозындағы йәки башҡалар.
— Исемле участка, тәү сиратта — ҙур яуаплылыҡ. Башҡортостанда исемдәре бөтә илгә билдәле күренекле шәхестәр бик күп. Республиканың барлыҡ район-ҡалалары ла кандидаттарын тәҡдим итә ала. Был йүнәлештә эште башлап ҡына торабыҙ. Әлегә иһә тырышлығыбыҙҙың һөҙөмтәһен күрергә теләр инек — сираттағы һайлауҙарҙа исемле участкалар үҙ статусын аҡлармы?
— Һаумыһығыҙ! Өфөлә йәшәйем. Олатайым ғүмере буйы СССР паспортына тоғро ҡалды, алыштырманы. Ул нисек тауыш бирер икән?
— Әгәр олатайығыҙҙың төп документында уның Рәсәй Федерацияһы гражданы булыуын иҫбатлаған тамға йәки гражданлыҡ тураһында айырым бит, йәки 1992 йылдың 6 февраленән дә һуң баҫылмаған Рәсәй биләмәһендә теркәлеү штампы булһа, ул бер ҡыйынлыҡһыҙ һайлауҙа ҡатнаша ала. Әйткәндәй, бөгөн республикала 291 кеше СССР паспорты менән йәшәй.
— (Электрон почтанан) Ваҡытлыса Өфөлә теркәл­гәнмен, үҙ һайлау участкамды нисек табырға икән?
— Республика Үҙәк һайлау комиссияһының Интернетта­ғы сайтында “Үҙ участкаңды тап” тигән бүлек бар. Шунда адресығыҙҙы яҙып, ниндәй участкаға ҡарауығыҙ тураһында мәғлүмәт алығыҙ һәм бөгөндән дә ҡалмай һайлау участка­ғыҙға барып, тауыш биреүселәр исемлегенә индереүҙәрен һорап ғариза яҙығыҙ. Тик шуны билдәләргә кәрәк: ҡану­ниәткә ярашлы, даими йәшәү урынығыҙ ҙа, ваҡытлыса тер­кәлгән адресығыҙ ҙа бер һайлау округына ҡарарға тейеш. Республика Президентын һайлауға килгәндә, был — Баш­ҡортостан биләмәһе. Әйтәйек, һеҙҙең даими йәшәү уры­нығыҙ Силәбе өлкәһе, ти. Ваҡытлыса адрес буйынса, мәҫә­лән, Өфөлә һайлауҙа ҡатнаша алмайһығыҙ.
— (Электрон почтанан) Күрше участкаға һайлау бюл­ле­тендәрен эшкәртеү комплексы (КОИБ) ҡуйҙылар. Беҙ­ҙә ул юҡ. Минең дә заман ҡоролмаһы аша тауыш биргем килә.
— Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының ҡарарына ярашлы, Башҡортостанда Президент һайлау кампанияһы өсөн 178 участка КОИБ менән йыһазландырылды. Киләсәктә ҡоролма киңерәк ҡулланылыр тип ышанам.
— (Электрон почтанан) Үтә күренмәле йәшниктәр тураһында күп яҙалар. Ә мин кемде һайлағанымды башҡалар күреүен теләмәйем.
— Һәм күрмәйәсәктәр ҙә, борсолмағыҙ. Беренсенән, йәшниктәр тулыһынса үтәнән-үтә күренмәле тип әйтеп булмай. Икенсенән, һеҙ бюллетенегеҙҙе ҡуйған билдәгеҙ күренмәҫлек итеп бөкләп тә төшөрә алаһығыҙ бит.
— Һаумыһығыҙ! Тышта көҙ. Халыҡ башлыса баҡса­ла. Күптәр ялын ҡаланан ситтә үткәрергә күнеккән. Нисек уйлайһығыҙ, һайлауға килеүселәр күп булырмы?
— Һайлаусыларҙың яуаплылығына ышанам. Участкалар таңғы сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем эшләйәсәк. Моғайын, 15-20 минут ҡына ваҡыт табырҙар. Һәр хәлдә, барыһын да һай­лауҙарға килеп, үҙҙәренә оҡшаған кандидат өсөн тауыш бирергә саҡырам!
— Хәйерле көн! Әлшәй районынан шылтыратам. Мин Санкт-Петербургта уҡып йөрөйөм, ваҡытлыса теркәү урыным да шунда ине, тик ул 1 сентябрҙә ғәмәлдән сыҡты. Ә мин 20-һенә тиклем Башҡортостанда була­саҡмын, практика үтәм. Республика Президентын һай­лауҙа ҡатнаша аламмы?
— Әгәр районда даими теркәлгәнһегеҙ икән, һис шикһеҙ. Юҡ икән — юҡ.
— Хәйҙәр Арыҫлан улы! Мин — буласаҡ әсәй. Тиҙҙән сабыйым тыуасаҡ. Һайлау көнөндә бала табыу йортонда булып ҡалһам?
— Мин һеҙгә һайлау участкағыҙҙан теркәүҙән төшөрөү танытмаһы алырға кәңәш итер инем. Уның менән һеҙ бала табыу йортонда ла (ваҡытлыса һайлау участкаһы ойош­то­ролһа) тауыш бирә аласаҡһығыҙ. Әгәр дауаханала участка булмаһа, етәкселәре комиссия ағзаларын саҡыртырға бурыслы.
— Һаумыһығыҙ! Яңауыл районынан шылтыратам. Президент һайлауҙа күҙәтеүсе булғым килә. Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә икән?
— Күҙәтеүселәрҙе теркәү үткән кандидат йәки үҙ кандидатын тәҡдим иткән сәйәси партия күрһәтә. Шуныһы иғти­барға лайыҡ: күҙәтеүсе һайлау ҡануниәтен, тауыш биреү, һайлаусыларҙың тауыштарын иҫәпләү тәртибен камил белергә тейеш. Шунһыҙ күҙәтеүсе ролен тулы кимәлдә үтәү мөмкин түгел, минеңсә.
— “Башинформ” агентлығынан. Хәйҙәр Арыҫлан улы! Республиканың өс районында (Нефтекама, Яңа­уыл, Краснокама) бик көслө дауыл үтте. Был билә­мәләрҙә һайлау участкалары зыян күргәнме, һәм урын­дағы халыҡ ҡайҙа, нисек тауыш бирәсәк?
— Ысынлап та, Краснокама районының Ҡарый һәм Янаҡтай ауылдарындағы һайлау участкалары ғәрәсәттән зыян күрҙе. Ҡарыйҙа участка урындағы мәктәптә ойош­то­ролғайны, 14-енә тиклем район хакимиәте бинаны тулыһынса төҙөкләндерәсәк. Бөгөн иһә һайлау комиссияһын ваҡытлыса урынлаштырыу мәсьәләһе хәл ителә. Янаҡтайҙа һайлау участкаһы мәҙәниәт йортонан фельдшер-акушерлыҡ пунктына күсереләсәк. Был турала район гәзитендә мәғлүмәт баҫылды, унан тыш, комиссия ағзалары һайлаусы­ларға шәхсән хәбәр итеп сығасаҡ. Яңауылда иһә ҡаза һайлау участкалары урынлашҡан биналарҙы урап үтте.
— Һаумыһығыҙ! Мәләүездән булам. Өфөлә теркәл­гәнмен. Ял көндәрендә Мәләүез районының Ергән ауылына йыйынам. Ваҡытынан алда һайлай аламмы?
— Алдан тауыш биреү муниципаль һайлауҙарға ғына ҡағыла. Әгәр һеҙ республика Президенты өсөн тауыш би­рергә теләйһегеҙ икән, теркәүҙән төшөрөү танытмаһы алырға кәрәк. Өфөнөң ниндәй районында йәшәйһегеҙ?
— Киров.
— Был биләмәлә быйыл муниципаль һайлауҙар үтмәй. Кандидат өсөн ваҡытынан алда Совет, Киров һәм Орджоникидзе райондарындағы биш округта Өфө ҡала Советына үткәрелгән өҫтәмә һайлауҙарҙа тауыш бирергә мөмкин.
— Мәләүез районынанмын. Әсәйем I группа инвалиды, ул миндә йәшәй, әммә теркәлмәгән. Былтыр комиссия ағзаларына шылтыратып күсмә йәшник менән килеүҙәрен һораным. Үтенесемде кире ҡаҡтылар. Улар­ҙың быға хаҡы бар инеме?
— Аңлауымса, һеҙ әсәйегеҙ теркәлгән адрес буйынса һайлау участкаһына шылтыратҡанһығыҙ, ә үҙегеҙҙең йәшә­гән урынығыҙ бөтөнләй икенсе участкаға ҡарай.
— Эйе.
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һайлау комиссияһының икенсе һайлау участкаһы биләмәһенә сығырға хаҡы юҡ. Әйткәндәй, инвалидҡа өйҙә тауыш биреү мөмкинлеген тәьмин итеү өсөн участка һайлау комиссияһының ул йәшәгән ергә барыуын закондар менән көйләү маҡсатында Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһына тәҡдимдәребеҙҙе ебәрҙек.
— Һаумыһығыҙ, Хәйҙәр Арыҫлан улы! Ирем менән Архангел районында йәшәйбеҙ, ошонда ваҡытлыса теркәлгәнбеҙ. Ә даими теркәлеү урыныбыҙ — Өфө. Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә икән? Беҙ закондарҙы һанлай­быҙ, ошоғаса һайлауҙарҙы бер ҙә ҡалдырғаныбыҙ булманы.
— Әгәр һеҙ Архангелдә ваҡытлыса теркәлгәнһегеҙ икән, урындағы һайлау комиссияһына мөрәжәғәт итегеҙ. Һеҙҙе ошо участка буйынса һайлаусылар исемлегенә индерергә те­йештәр. Тик ҡабаланырға кәрәк, бөгөндән дә һуңға ҡал­мағыҙ.
— Әбйәлилдән Әлиә Мусина булам. Хәйҙәр Арыҫлан улы! Президентты беҙ нисә йылға һайлайбыҙ? Уны нисек атап йөрөтәсәкбеҙ? Яңылышмаһам, “төбәк башлығы” тигән тәҡдимдәр ҙә булғайны.
— Башҡортостан Президенты вәкәләттәренең мөҙҙәте – биш йыл. Республикабыҙҙағы юғары вазифалы кешенең “Башҡортостан башлығы” тигән атамаһы киләһе йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә инә.
— Көйөргәҙе районынан Нияра Кашапова. Ҡыҙым Өфөлә уҡый, ваҡытлыса дөйөм ятаҡта теркәлгән. Ял көндәренә өйгә ҡайта. Уға теркәүҙән төшөрөү таныт­маһы алырға кәрәкме? Ул үҙебеҙҙә лә даими прописканан төшмәгән, бәлки, һайлаусылар исемлегенә лә индерелгәндер. Ҡайҙан белешергә икән?
— Тауыш биреүсе бер генә һайлау участкаһының исемлегенә индерелә. Һеҙҙең осраҡта — республикала студенттар, икенсе курстан башлап, ваҡытлыса теркәлеү урыны буйынса тауыш бирә. Ҡыҙығыҙ уҡыған ерендә исемлеккә индерелеп тә, һайлау көнөндә был участкаға бара алмаһа, теркәүҙән төшөрөү танытмаһы алырға һәм районда тауыш бирергә кәрәк.
— Хәйерле көн, Хәйҙәр Арыҫлан улы! Нефтекаманан Анатолий Байгашев. Һайлауҙарҙа ваҡытынан алда ла тауыш бирергә мөмкин тип ишеткәйнем. Ҡайҙа мөрә­жәғәт итергә икән?
— Алдан тауыш биреү муниципаль һайлауҙарға ғына ҡағыла. 4 сентябрҙән 13-өнә тиклем участка һайлау комиссия­һында тауыш бирергә мөмкин.
— Ағайыма тәүге тапҡыр һайлауҙа ҡатнашҡан са­ғында бүләк тапшырғайнылар. Быйыл мин дә бе­рен­сегә тауыш бирергә йыйынам. Миңә лә бүләк булырмы икән?
— Ысынлап та, республикала тәүгә тауыш биреүселәрҙе тәбрикләү матур йолаға әүерелде — һайлау комиссияһы уларҙы махсус дипломдар менән билдәләп үтә. Бүләккә килгәндә, һайлау кампанияһын ойоштороуға бүленгән аҡ­сала бындай сығымдар ҡаралмаған. Әгәр урындағы хаки­миәт был идеяны күтәреп сыға икән, тимәк, бүләге лә буласаҡ. Шуны ла әйтеп үтәйем: Үҙәк һайлау комиссияһы һайлау хоҡуғын, тауыш биреү барышын, уның тәртибен яҡшы белгән студенттар һәм аспиранттар араһында конкурстар ойоштороп тора. Еңеүселәргә ҡиммәтле бүләктәр тапшырыла. Һеҙҙе лә ҡатнашырға саҡырам. Конкурстар тураһында тулы мәғлүмәтте беҙҙең сайтта табырға мөмкин.
— (Электрон почтанан) Стәрлебаштан Абдрахман Мөхәмәтғәле улы. Үткән шәмбе беҙҙә Коммунистар партияһы кандидаты менән осрашыу булды. Ҡарт коммунист булараҡ, төрлө фирҡә ағзаларының берәм-һәрәм агитация саралары үткәреүенә йәнем көйә. Минеңсә, бар кандидаттар ҙа тәғәйен бер көндө, бер урында сығыш яһарға тейеш. Беҙҙә закондар ҡасан теүәл үтәлә башлар икән? Бәлки, шуның өсөн дә күптәр һайлауға йөрөмәйҙер.
— Эйе, ҡайһы бер осраҡта кандидаттар шәхсән йәки баш­ҡалар менән берлектә һайлаусылар менән осраша. Әйтергә кәрәк, ҡануниәткә ярашлы, һәр кандидат агитация ойоштороу алымын үҙе һайлай. Беҙ иһә береһенә лә ҡайҙа, нисек, нимә үткәрергә ҡуша алмайбыҙ. Ә бына теләктәрегеҙҙе еткерербеҙ.
Яуаптарҙы Алһыу ӘҺЛИУЛЛИНА яҙып алды.


Вернуться назад