Туймазы районының “Рассвет” ауыл хужалығы кооперативына ҡыҙыу эш мәлендә килеп туҡтаныҡ.
Комбайнсы Виктор Горшевтың һуғылған игенде машинаға тейәп йөрөгән сағы ине.
– Хужалыҡта ун йылдан ашыу эшләйем. Быйыл күрһәткестәр насар түгел, гектарынан 18-19 центнер уңыш йыябыҙ. Бөгөнгә тиклем 2 мең гектарҙа иген һуҡтым. Ҡыҙыу мәлдә ваҡыт менән иҫәпләшмәйбеҙ, иртә таңдан ҡара кискә тиклем яландабыҙ. Өс тапҡыр ҡайнар аш алып киләләр. Был осорҙа хеҙмәт хаҡыбыҙ ҙа һәйбәт, яҡынса 60-80 мең һум алабыҙ, — ти Виктор.
Беҙ егеттәрҙе оҙаҡ тотҡарлап торманыҡ, хужалыҡтың мал-тыуар өсөн сәселгән кукуруз яланына ашыҡтыҡ. Унда “Рассвет”тың рәйесе Азат Әхмәтгәрәев көтә ине.
– Ялан батырҙары тырыш. Азат Ғәзизов менән Фәрит Фазылйәнов 4 мең центнер ашлыҡ һуғып алды. Быйыл күмәк көс менән уңыш йыйыуҙы тиҙ тамамларға ниәтләйбеҙ. Бөгөнгә иген культуралары майҙанының 90 процентын йыйҙыҡ та инде. Әлегә төп бурыстарыбыҙҙың береһе — уңышты сифатлы итеп эшкәртеү, — ти Азат Әхмәтнәзип улы. — Ошо арала арыш сәсеүгә лә төшәбеҙ. Унан һуң һалам өйөүҙе тамамлап ҡуйырға кәрәк. 10 сентябрҙән иһә силос һала башлаясаҡбыҙ. Әйткәндәй, малға 300 тонна бесән әҙерләнек. Хужалыҡта 70 кеше иҫәпләнә. Уларҙың ҡулын аҙ булһа ла бушатыу маҡсатында айырым бригада булдырып, етерлек бесән һәм һаламды хеҙмәткәрҙәребеҙҙең шәхси хужалыҡтарына алып барып бушаттыҡ.
Ысынлап та, “Рассвет”та һәр эште еренә еткереп башҡарырға күнеккәндәр. Киләһе йыл сәсер өсөн орлоҡ та әҙерләп ҡуйғандар. 2 мең тонна сенаж, 7 мең центнер иген келәттәргә һалынған. “500 ферма” программаһы буйынса 1 миллион 200 мең һумлыҡ кредит юллағандар. Был аҡсаға заманса ферма булдырыу өсөн йыһаздар алына башлаған.