Районда федераль һәм республика әһәмиәтендәге дәүләт программаларына ярашлы торлаҡ сертификаттары тапшырылды.
Агросәнәғәт комплексы, медицина учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар — йәмғеһе 8 ғаилә — йорт төҙөүгә йәки һатып алыуға аҡса бүлеүҙе күҙаллаған документ алды. Уның күләме 718 меңдән 1 миллион 436 мең һумға тиклем тәшкил итә. Йыл башынан алып Бишбүләктә 12 кешегә торлаҡ сертификаты тапшырылған. Документты алыу шарттарын асыҡлау өсөн район хакимиәтендәге архитектура бүлегенә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Телефоны: (34743) 2-15-54.