Ошо көндәрҙә “Бөрө алмаһы” төбәк-ара фестивале уҙҙы. Республиканың был проекты — Бөрө өсөн әһәмиәтле ваҡиғаларҙың береһе.
Фестивалдә эшлекле, фәнни белем биреү, спорт, экология, фольклор-һөнәрселек һәм күңел асыу саралары үткәрелде. Форумдың эшлекле өлөшөндә республиканың власть органдары, эшҡыуарлыҡ берләшмәһе, ижтимағи-ғилми һәм ижади ойошмалар вәкилдәре ҡатнашты. Унда шулай уҡ күрше райондарҙан делегациялар саҡырылды. “Тәмле Бөрө” брендын танытыуҙа дәүләт-шәхси партнерлыҡ” тип аталған фекер алышыу майҙансығы эшләне. Сараның төп бурысы — мәҙәни һәм йәштәр проекттарына булышлыҡ итеү йәһәтенән республика фондын төҙөү мөмкинлеген тикшереү.
Фестивалдә “Йондоҙло академия” музыкаль-хореография проекты менән таныштырҙылар. Быйыл ул республикалағы иң әһәмиәтле проекттарҙың береһе булараҡ Башҡортостан Президентының грантына лайыҡ булғайны.
Был көндө Ленин исемендәге сквер “Оҫталар урамы”на әүерелде, халыҡ кәсептәре әйберҙәре күргәҙмәһе, уларҙы һатыу ойошторолдо. Октябрь майҙанында байрамса сауҙа үткәрелде.