Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте06.09.2014
Рәсәй Федерацияһы Президенты Указына ярашлы, Ватан мәҙәниәтен һәм сәнғәтен, телерадиотапшырыуҙарҙы, матбуғатты, элемтәне үҫтереүҙәге ҙур хеҙмәте һәм оҙаҡ йылдар һөҙөмтәле эшләгәне өсөн Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының кафедра доценты Аҙнаҡаева Рәйлә Шәрәфи ҡыҙы, агросәнәғәт комплексын үҫтереүҙәге хеҙмәте һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн Дүртөйлө районындағы Киров исемендәге тоҡомсолоҡ заводы малсыһы Шәрипова Гүзәлиә Фәүәрис ҡыҙы II дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордендың миҙалы менән бүләкләнде; фәнде, мәғарифты үҫтереүгә, квалификациялы белгестәр әҙерләүгә ҙур өлөш индергәне һәм оҙаҡ йылдар һөҙөмтәле эшләгәне өсөн Башҡортостан Республикаһының Ғәмәли тикшеренеүҙәр институты директоры, физика-математика фәндәре докторы, профессор Сабитов Камил Басир улына — “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре”, Башҡорт дәүләт университетының кафедра мөдире Спивак Семен Израилевичҡа — “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған юғары мәктәп хеҙмәткәре”, һаулыҡ һаҡлауҙы, медицина фәнен үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне һәм оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн Өфө ҡалаһындағы 13-сө клиник дауаханаһының шәфҡәт туташы Вәлиева Зөлфиә Шамил ҡыҙына —“Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре”, Башҡортостан Республикаһының урыҫ дәүләт академия драма театры артисы Федеряев Александр Алексеевичҡа — “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы”, “Ағиҙел” журналы редакцияһының баш мөхәррире-директоры Әминев Әмир Мөхәмәт улына, Өфө ҡалаһындағы 7-се балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы Бикбаева Алевтина Илдар ҡыҙына, Өфө ҡалаһындағы Ә. Д. Исҡужин исемендәге 9-сы балалар музыка мәктәбе уҡытыусыһы Теләпова Зөһрә Әхмәтзыя ҡыҙына — “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре”, Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының бүлек мөдире Зарипова Ғәйникамал Ҡыям ҡыҙына “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәр бирелде.
* * *
Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының указдарына ярашлы, Бишбүләк районындағы крәҫтиән (фермер) хужалығы башлығы Михайлов Сергей Квинтильянович — “Башҡортостан Республикаһындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн” отличие билдәһе, Бәләбәй үҙәк район дауаханаһының 1-се поликлиникаһы табип-терапевы Арыҫланбәкова Лилиә Роберт ҡыҙы, Бөрйән районындағы Тимер ауыл Советы башлығы Арыҫланғужина Рәйсә Кинйәғәле ҡыҙы, Көйөргәҙе районындағы С.М. Киров исемендәге ауыл хужалығы кооперативының 2-се һөтсөлөк фермаһы мөдире Байгилдин Мөхәрәм Ислам улы, Баймаҡ районындағы Күсей ауыл Советы башлығы Йыһаншина Сәриә Рәшит ҡыҙы, Хәйбулла район Советы аппаратының ойоштороу бүлеге начальнигы Күҫәкова Гүзәлиә Зәйнулла ҡыҙы, Әлшәй районындағы “Раевшәкәр” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте шоферы Лысенко Сергей Александрович, Дөйөм Рәсәй Ватанды һаҡлап һәләк булғандарҙың ғаиләләре йәмәғәт ойошмаһының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе рәйесе, “Башҡортостан Республикаһының ветеран ойошмалары берҙәмлеге” ассоциацияһы ағзаһы Машковская Ирина Сергеевна, Өфө районының Ер төҙөлөшө һәм архитектура агентлығындағы бүлек начальнигы Минькина Наталья Анатольевна, Стәрлетамаҡ ҡала Советы рәйесе, ҡала округы башлығы, “Стәрлетамаҡ тимер юлдары” йәмғиәтенең генераль директоры Никифоров Юрий Иванович, “Эре панелле йорттар төҙөү” тресының генераль директоры урынбаҫары Саркисянц Станислав Ашотович, Әлшәй районындағы “Раевшәкәр” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең цех начальнигы Хәлилов Хәмит Хәлим улы, Дүртөйлө районындағы Тәкәрлек ауыл Советы башлығы Хәсәнов Шамил Әсғәт улы, Бөрө районындағы Силантьев ауыл Советы башлығы Шәйхелисламов Заһит Зөфәр улы; “Д.А. Черняев исемендәге Урал-Себер магистраль нефть үткәргестәре” асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалдары хеҙмәткәрҙәре — Черкассы нефть үткәреү идаралығы начальнигы Әминев Асҡар Флүр улы, Арлан нефть үткәреү идаралығы контролеры Армянинов Петр Константинович, Черкассы нефть үткәреү идаралығындағы “Нөрлө” станцияһы электромонтеры Ғиндуллин Заһир Биктимер улы, Арлан нефть үткәреү идаралығы станоксыһы Котельников Валерий Анатольевич, ошо уҡ идаралыҡтың “Саҡмағош” станцияһындағы торба үткәреүсе Макулов Рим Рифғәт улы, “Ҡалтасы” станцияһы операторы Мартынова Марина Алексеевна, Черкассы нефть үткәреү идаралығының “Нөрлө” станцияһы операторы Шәрәфетдинов Вахит Хәбибулла улы, Туймазы нефть үткәреү идаралығындағы “Салауат” станцияһы операторы Шарышев Виктор Иванович Башҡортостан Республикаһының Почет Грамотаһы менән бүләкләнде;
Башҡорт дәүләт аграр университетының кафедра профессоры Ғизәтуллин Ринат Сәхи улына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре”, “Башнефть-Сығарыу” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры Ильясов Владимир Әхмәт улына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе”, Межгорье ҡалаһындағы муниципаль унитар торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиеһының слесарь- ремонтсыһы Скрипко Виктор Петровичҡа — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре”, Башҡортостан Республикаһы Милли банкының бүлек начальнигы Ғәлиев Сәғит Тимерхан улына, Башҡортостан республика адвокаттар коллегияһының Күмертау филиалы етәксеһе, адвокат Ганабина Любовь Васильевнаға — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы”, Башҡортостан Дәүләт төҙөлөш күҙәтеү инспекцияһының бүлек начальнигы Владинос Раиса Николаевнаға — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе”, Красноусол үҙәк район дауаханаһының баш табибы Ҡужина Зәбиҙә Әхмәт ҡыҙына, Башҡорт дәүләт медицина университетының кафедра профессоры Мәүзүтова Гүзәл Әнүәр ҡыҙына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы”, Бөрө үҙәк район дауаханаһының ашығыс медицина ярҙамы фельдшеры Ермакова Ольга Георгиевнаға — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре”, Көйөргәҙе районындағы “Искра” ауыл хужалығы кооперативының 4-се кооперативы рәйесе Ғәлимов Уралбай Ваһап улына, Шаран район ветеринария станцияһы начальнигы Тайыпов Рифғәт Миңләхмәт улына — “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре”, Әлшәй районындағы “Раевшәкәр” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең смена начальнигы Сәхипгәрәев Рифат Дәүләт улына “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған аҙыҡ-түлек индустрияһы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәр бирелде;
Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәтенең баш мөхәррире урынбаҫары Ғиләжетдинова Олия Әнәс ҡыҙы Башҡортостан Республикаһы Президентының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.