Һаҡсыллығы менән отошло06.09.2014
Һаҡсыллығы менән отошло
Бөгөн халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеү – күп район-ҡалала иң киҫкен мәсьәләләрҙең береһе. Шуныһы ҡыуаныслы: һуңғы ваҡытта көнкүреш шарттарын яҡшыртыу маҡсатында республика кимәлендә төрлө маҡсатлы эш башҡарыла, яңы проекттар тормошҡа ашырыла, заманса технологиялар һәм ҡорамалдар сафҡа индерелә.


Был йәһәттән Хәйбулла районында һыу биреү системаһында юғары йышлыҡтағы үҙгәрткес ҡорамал ҡулланыла башланы. Заманса йыһаз үҙенең уңайлы һәм отошло булыуы менән айырыла. Ошо көндәрҙә Силәбе өлкәһенең “Ресурс” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте Аҡъяр, Степной, Маҡан, Таштуғай, Ергән, Иҫәнгилде, Сиҙәм ауылдарында һәм Ғәлиәхмәт мәктәбендә ошо яңы ҡорамалды ҡуйҙы.
“Аҡъяр” коммуналь хужалығы директоры Зәйнәғәли Рәхмәтуллин әйтеүенсә, яңы йыһаз күп аҡсаны янда ҡалдырырға мөмкинлек бирә. Өҫтәүенә һыу селтә­рендәге даими баҫым авариянан һаҡлаясаҡ. Бигерәк тә ҡышҡы айҙарҙа, һыуҙы әҙерәк ҡулланған осорҙа, ҡәҙимге насос бушҡа эшләһә, үҙгәрткес ҡорамал ундағы баҫымды тотороҡландырыуға булышлыҡ итә.
– Элекке баҫымлы башняларҙа һыу файҙа­ланылмаған ваҡытта насос туҡтатылып тороп, кәрәк ваҡытта ҡайтанан эшләп киткәнендә электр энергияһы күпләп сарыф ителә ине, – тине Зәйнәғәли Рәфҡәт улы. – Яңы ҡорамалдағы насостың бер режимда эшләп тороуы арҡаһында, электр энергияһы байтаҡ күләмдә экономиялана.
Заманса ҡорамалды урынлаштырыу һәм монтажлау яҡынса 170 мең һумға төшә, әммә байтаҡ сығымды янда ҡалдырыу һөҙөмтәһендә ул бер йыл эсендә үҙен аҡлаясаҡ, ти хәйбуллалар. Әйткәндәй, уңайлы һәм отошло тәжрибә менән башҡа райондар ҙа ҡыҙыҡһына.




Вернуться назад