Бала саҡтан “алтын батҡаҡ” кисеп06.09.2014
Бала саҡтан “алтын батҡаҡ” кисеп
Ишембай нефтенең иң урғылған сағына тура килә Сергей Кочкуровтың үҫмер йылдары. Көн дә тиерлек “ҡара алтын” сығарыусылар менән аралаша, яндарынан китә белмәй ул. Атап әйткәндә, әлеге һөнәр эйәләренә ғашиҡ булып үҫә. Атаһы ла бит 40 йыл ғүмерен илгә яғыулыҡ килтереүгә арнай. Шуға үҫмерҙең нефтсе булып китеүенә бер ҙә аптырарлыҡ түгел.


Өфө нефть институтын тамамлағас, Сергей Кочкуров 1986 йылда Себер тарафына йүнәлә. Шулай хеҙмәт юлын йүнәлтмә буйынса Когалым ҡалаһында «Ватьеганнефть»тә быраулаусы ярҙамсыһы сифатында башлай. Тырыш һәм аҡыллы Башҡортостан егетен, әйтергә кәрәк, тиҙ үк күрәләр – артабан уға мастер, өлкән геолог, цех начальнигы “ҡамытын кейҙерәләр”. Иңенә ниндәй бурыс ҡына йөкмәтмәһендәр, һәр саҡ эшен яуаплы башҡара йәш нефтсе. Иң мөһиме – һәр хеҙмәттәшенә иғтибарлы ул. Күрәһең, бала саҡтан “алтын батҡаҡ” кисеп йөрөүе, ябай хеҙмәт кешеһенең баһаһын тойоп үҫеүе бушҡа булмаған.
Бөгөн Сергей Алексеевич “Лукойл-Көнбайыш Себер” йәмғиәтен етәкләй, “Лукойл” компанияһының вице-президенты ла. Ә күптән түгел уға бихисап наградаларына һәм исемдәренә өҫтәп II дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены тапшырылды. Бындай исемгә бик һирәктәр генә лайыҡ!
Хеҙмәттәштәре араһында ғына түгел, бөтә ил етәкселеге алдындағы абруйы уның итәғәтлелегенә барып тоташмай, әлбиттә. Яғыулыҡтың сифатын яҡшыртыу, бөтә ил кимәлендә ошо тармаҡ сәйәсәтен хәстәрләү һымаҡ мәсьәләләр менән янып йәшәй яҡташыбыҙ, Рәсәйҙең иртәгәһе өсөн борсола, урындағы халыҡ мәнфәғәтен яҡларға ла өлгөрә. Ул етәкләгән йәмғиәттең яғыулыҡ-энергетика өлкәһендә “Иң яҡшы компания” исемен яулауы ла күпте һөйләй.
…Ваҡыт беҙҙән алда йүгергән заманда көндәлек мәшәҡәттәргә күмелеп йәшәргә күнеккәнбеҙ. Ҡайһы саҡ эргәңдән уҙған кешене таныу түгел, күршеңдең кем икәнлеген дә онотоп китәһең, буғай. Ә шул ваҡытта милләтенә хеҙмәт итеүҙән туҡтамаған күпме ғорурланырлыҡ яҡташыбыҙ бар беҙҙең?! Уларға мәлендә хөрмәт күрһәтһәк ине…





Вернуться назад