Ҡырымдың Белогорск районында хеҙмәт коллективтарының йыйылышы үткән.
Көн тәртибенә дауылдан зыян күргән Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш райондары халҡына ярҙам күрһәтеү мәсьәләһе ҡуйылған. Ҡырымдар бер көнлөк эш хаҡын ярҙам фондына күсерергә ҡарар итә.
— Белогорск халҡы бындай ҡарар менән тулыһынса килешә. Әллә ни ҙур ярҙам түгел, әлбиттә, әммә беҙ ауыр хәлдә ҡалғандарға булышлыҡ күрһәтергә теләйбеҙ, — тип белдерҙеләр район хакимиәтендә. — 1 сентябрҙә балаларыбыҙ мәктәпкә барҙы. Башҡортостан ярҙамы менән уҡыу йорттары күҙҙең яуын алып торған белем усағына әүерелде. Һеҙҙе туғаныбыҙҙай күрәбеҙ, ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ.