Билдәле булыуынса, былтыр көҙ Силәбе башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты етәксеһе итеп Морис Йосопов һайланғайны. Ваҡыт — һынау, тигәндәй, ҡыҫҡа ғына осорҙа ул үҙен ышаныслы һәм оҫта етәксе итеп танытты, алдан билдәләнгән барлыҡ эштәрҙе тормошҡа ашырыуға өлгәште. Өлкә башҡорттары ҡоролтайының үткән йылға йомғаҡ яһау һәм киләһе осорға бурыстар билдәләү маҡсатындағы ултырышы яңы етәксе рәйеслегендә уҙҙы.
Силәбе ҡалаһының Шәйехзада Бабич исемендәге китапханаһына өлкәнең төрлө тарафтарынан башҡарма комитет ағзалары йыйылғайны. Ултырышта шулай уҡ Арғаяш районы хакимиәте башлығы Исрафил Вәлишин, Силәбе ҡалаһының Дуҫлыҡ йорто директоры Юлиә Лапидус ҡатнашты. Уҙған йылда башҡарылған эштәр тураһында доклад тыңланды. М.Х. Йосоповтың сығышында билдәләнеүенсә, айырыуса Арғаяш районында урындағы хакимиәт менән башҡорт ҡоролтайы араһында тығыҙ хеҙмәттәшлек булдырылған.
Яңы йылға бик ҙур эш планы төҙөлдө, алдағы мөһим ваҡиғаларға баҫым яһалды. Өлкә һабантуйын уҙғарыу урынын билдәләү, башҡорт йыры фестивален ойоштороу, Силәбе студенттарына яҡташтар исеменән ярҙам күрһәтеү юлдары, туған тел уҡытыуҙы яңы технологияларға яраштырыу, төбәк башҡорттары ҡоролтайының Интернеттағы сайтын камиллаштырыу кеүек мәсьәләләр күтәрелде. Исрафил Вәлишин өлкә һабантуйын Арғаяш районында уҙғарыу өсөн шарттарҙың етерлек булыуын белдерҙе.
1812 йылғы Ватан һуғышының 200 йыллығы ил кимәлендә билдәләнәсәк — был мәсьәләгә ҡабат-ҡабат әйләнеп ҡайттылар. Морис Харис улының әйтеүенсә, 2012 йылдың апрель-майында Силәбе өлкәһендә Башҡортостан көндәре үткәрелеүе лә көтөлә.
Ултырыш аҙағында өлкә ҡоролтайының әүҙем ағзалары билдәләнде. Сыбаркүл башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Радик Мортатовҡа, Арғаяш районы хакимиәте башлығы Исрафил Вәлишингә, Копейск ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Рәмилә Асабаеваға, Дуҫлыҡ йорто директоры Юлиә Лапидусҡа, Ҡоролтайҙың даими партнеры булған “Башнефть” йәмғиәте вәкиле Александр Гугановҡа рәхмәт хаттары тапшырылды. Башҡарма комитет ағзаларының барыһына ла рәхмәт йөҙөнән байрам бүләктәре бирелде.
Ҡамса МОРТАЗИН.