Дауыл 136 гектарҙан ашыу урманға, 18 мең кубометрҙан ашыу ағасҡа зыян килтерҙе.
Яңауыл һәм Дүртөйлө урмансылығы белгестәре Башҡортостандың Урманды һаҡлау үҙәге менән берлектә үткәргән тикшереү һөҙөмтәһендә ошондай мәғлүмәт асыҡланды.
– 29 августағы көслө ел Яңауыл районындағы урман фондына айырыуса ҙур зыян килтергән. 99 гектарҙан ашыу ерҙәге 13,5 мең кубометр ағас йығылған, һынған, — тип хәбәр итте Урман хужалығы министрлығының бүлек начальнигы Динил Әхмәтов. — Краснокама районында 26,5 гектар урманға зыян килгән. Ҡалтасы районында был күрһәткес 9,6 гектарҙан ашыу тәшкил итә.
Әле был биләмәләрҙә төҙөкләндереү, таҙартыу эштәре бара. Киләһе йыл зыян күргән ағастар урынына яңыларын ултыртыу күҙаллана.
Урман хужалығы министрлығының
матбуғат хеҙмәте.