Һорау тыуһа, шылтырат!06.09.2014
Башҡортостан Президентын ваҡытынан алда һайлау үткәрелгән осорҙа тауыш биреүселәргә мәғлүмәт еткереү, граждандарҙың хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыуҙы һәм яҡлауҙы тәьмин итеү маҡсатында республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы “ҡыҙыу элемтә” ойоштора.


Ул 8 –14 сентябрҙә күп каналлы 8-800-347-54-54 телефоны буйынса уҙғарыла. “Ҡыҙыу элемтә”нең эш ваҡыты: 8 – 13 сентябрҙә иртәнге сәғәт 10-дан киске 5-кә тиклем, 14 сен­тябрҙә иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем.
Һорауҙарға Үҙәк һайлау комиссияһының хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған ағзалары һәм Аппарат хеҙмәткәрҙәре яуап бирә.


Вернуться назад