Урында ла хәл итеп була06.09.2014
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, Украина граждандарын урынлаштырыу буйынса эш төркөмө етәксеһе Лилиә Ғүмәрова ҡала һәм райондарҙың хакимиәт башлыҡтары менән аудиоселектор кәңәшмәһе үткәрҙе.


Украина биләмәһен мәжбүри ҡалдырып киткән кешеләрҙе урынлаштырыу мәсьәләһе сарала тикшерелгән төп темаларҙың береһе булды. Республикабыҙға Украинанан 5 081 кеше килгән. Ҡайһы бер район, ҡалаларҙа халыҡҡа мәғлүмәт еткереү эше ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙыра. Һөҙөмтәлә граждандар федераль һәм республика органдарына мөрәжәғәт итергә мәжбүр.
Лилиә Ғүмәрова башлыҡтарҙың һәм урынбаҫарҙарҙың Украинанан килгән кешеләр менән шәхсән осрашып, биләмәнең социаль-иҡтисади хәлен аңлатыуҙы, мөмкин­лектәрҙе асыҡлауҙы үтенде.




Вернуться назад