Сәнәғәт етештереүен әүҙемләштереү өсөн төрлө тармаҡтарҙа ҙур кластерҙар төҙөргә мөмкин.
Рәсәй сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзының Волга буйы федераль округындағы бүлексәләре Координация советының Өфөлә уҙғарылған киңәйтелгән ултырышында Рөстәм Хәмитов ошо турала белдерҙе.
Кәңәшмәлә Союз президенты Александр Шохин ҡатнашты. Сарала “Рәсәй Федерацияһында сәнәғәт сәйәсәте тураһында”ғы федераль закон проекты һәм төбәктәрҙә сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырыуҙың көнүҙәк бурыстары тикшерелде.
Рөстәм Хәмитов, бөгөн етештереүҙе йылдамыраҡ үҫтерергә мөмкин, тип билдәләне.
— Нефть химияһы комплексындағы предприятиеларҙы берләштерһәк, сәнәғәт тауарҙары күләмен 20-30 процентҡа арттырыуға өлгәшер инек. Бының өсөн яңы заводтар төҙөргә, өр-яңы сәнәғәт сәйәсәтен тормошҡа ашырырға кәрәкмәй. Әле заводтарыбыҙ төрлө корпорациялар ҡарамағына инә. Шуға ла күп йәһәттән тейешле табышты алып еткермәйбеҙ, — тине төбәк етәксеһе.