Эшлекле осрашыу06.09.2014
Республика йортонда Рөстәм Хәмитов Рәсәй сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзы президенты Александр Шохин менән осрашты.


Рөстәм Хәмитов “Рәсәй Федерацияһында сәнәғәт сәйәсәте тураһында”ғы закон проектын тикшереү майҙансығы итеп Өфөнө һайлаған өсөн Александр Шохинға рәхмәт әйтте. Союз башлығы билдәләүенсә, Башҡортостан — сәнәғәт сәйәсәте кеүек теманы тикшереү өсөн иң ҡулай төбәк. Республикала нефть химияһы, химия, нефть эшкәртеү кеүек үҙ-ара бәйләнгән төп тармаҡтар яҡшы үҫешкән. Иҡтисади сәйәсәт тә дөйөм Рәсәй юҫы­ғында ярайһы уҡ яҡшы. Шуға күрә ултырышты тап Башҡор­т­ос­танда үткәрергә ҡарар ителде.
Бер нисә көн элек ил Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев Сәнәғәтте үҫтереү фондын ойоштороу тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Шулай уҡ ҡаҙнанан ошо фондтың эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу йәһәтенән 18 миллиард һум аҡса бүлеү ҡарала.
Республика башлығының фекеренсә, беҙгә планлаш­тырылған баҙар иҡтисады кәрәк.
— Ҙур ғына предприятиены алайыҡ. Беҙ уның стратегия­һын төҙөүҙә ҡатнашмайбыҙ, планлаштырған эштәре хаҡын­да белмәйбеҙ. Һөҙөмтәлә республиканы, биләмәләрҙе стратегик үҫтереү моделен төҙөй алмайбыҙ. Коммерция серенә, эске мәғлүмәт булыуға һылтанып, ниәттәре хаҡында белдермәйҙәр. Бындай хәлдә нимә эшләргә һуң? Өс-биш йылдан һалым күләменең ниндәй буласағын, теге йәки был предприятиеның үҫешен күҙалларға тейешбеҙ. Предприятиелар менән бергә эшләргә, үҫеш юлындағы кәртәләрҙе юҡҡа сығарырға тәҡдим итәбеҙ. Әммә был фекерҙе күптәр ҡабул итмәй, аңламай. Сәнәғәт сәйәсәте тураһындағы законда ошондай үҙ-ара эшмәкәрлек үҙенсәлектәре билдәләнгән, — тине Рөстәм Хәмитов.



Вернуться назад