Күбәләктәй наҙлы, сәскәләй саф06.09.2014
“Ҡатын-ҡыҙ ирҙең ҡабырғаһынан яралған” тигән билдәле әйтем бар. Хикмәте шунда: нескә затты ҡабырға менән сағыштырып ҡарағанда, уны турайтам тип ҡапыл һындырып ҡуйыуың бар, ә нисек бар, шулай ҡалдырһаң, ғүмер буйы шул кәкре ҡатын менән көн итәсәкһең. Был һүҙҙәр тағы бер ҡат ҡатын-ҡыҙҙың күбәләктәй наҙлы, сәскәләй нәфис һәм серле зат икәненә ишаралай.
Донъялағы иң уңған, иң матур, иң бәхетле ҡатын булыу өсөн тағы бер сәбәп. Әгәр был тормошта ире ҡатынынан бар яҡлап та ҡәнәғәт икән, тап шул ҡатынға Ожмах ҡапҡалары аша үтеү бәхете йылмаясаҡ.
Етәкләшеп йөрөүҙең файҙаһы. Ир менән ҡатын бер-береһенә һөйөү менән бағып, ҡулға-ҡул тотоношоп йөрөгәндә, уларҙың бармаҡтары араһынан барлыҡ гонаһтары ҡойолоп төшөп бөтә.