Һаумыһығыҙ! Ике йылға яҡын инде бер уй башымда ҡайнай. Ҡайнап ҡына ҡалмай, барлыҡ хис-тойғомдо, йәшәү көсөмдө һура. Ул серҙе апай-еңгәйҙәр менән генә уртаҡлашып, ниндәйҙер кәңәш алып булалыр. Башҡа кешегә һөйләргә оялам. Булған проблемаларымды күңелемдә һаҡлап, бәлки, яңылыш та эшләйемдер, әммә шунһыҙ булмай. Кешегә – бер төрлө, ә үҙем икенсе булып күренеү ялҡытты.
22 йәштәмен, кейәүҙә түгелмен, башҡорт районынанмын. Өфө ҡалаһында бер егет менән таныштым. Интернет селтәрендәге “Вконтакте” сайтында. Йөҙгә-башҡа төшөп ҡалғандарҙан түгел, алдынғы ҡарашлы күренде фотоһынан. Байтаҡ ваҡыт хыялыйҙарса хат-хәбәр яҙыша торғас, бер мәл был миңә осрашырға тәҡдим итте. Һөйләшелгән көн килеп еткәнсе төрлө хыялдар, уйҙар донъяһында йәшәнем.
Ҡышҡы кистә матур бер паркта осраштыҡ. Егет миңә тәү күреүҙән үк оҡшаны, бигерәк тә – уның матур, ҡалын тауышы. Кафеға инеп ултырҙыҡ, бер-беребеҙҙә булған еңелсә тартыныуҙы еңергә тырыштыҡ. Һуңынан ул мине оҙатып ҡуйҙы. Интернетта, смс-хәбәр яҙышыуыбыҙ туҡтаманы. Уның “баллы-кәнфитле” һүҙҙәренән мин тамам иренем, үҙ мөхәббәтемде осраттым тип уйланым. Әммә ҡабаланғанмын шул...
Артабан аҙна һайын тигәндәй осрашып, инде телефондан ихлас аралашып, дуҫтар булып та киттек. Һүҙгә бик әүәҫ, ым-ишараһы артистарҙыҡылай етеҙ ине. Бер-ике тапҡыр бүләк тә тотоп килде. Минең йөҙөмдән, ғашиҡтарҙа ғына булғандай, шат йылмайыу китмәне. Коллегаларым да, яҡындарым да быны бик тиҙ һиҙҙе.
Шулай, мейене томалаған илерткес мөхәббәт усағында янғанда, араларыбыҙ яйлап һыуына башланы. Егетем бер ни ҙә булмағандай, шул уҡ килеш ҡалһа ла, мин үҙемдә, эске кисерештәремдә үҙгәреш һиҙә башланым. Осрашыуҙарҙы элеккесә һағынып көтмәнем, сөнки уның эргәһендә үҙемде кәм, тиң түгел итеп тоя инем. Аралашҡанда күңелде төшөрөрҙәй ауыр һүҙҙәр, мыҫҡыллауҙар ҡыҫтыра башланы. Тәүҙә быға әллә ни иғтибар бирмәҫкә тырыштым, үтер тип уйланым. Ләкин хаталанғанмын. Торған һайын әсерәк “комплименттар” яуҙыра егет. Хатта бер көн был миңә тышҡы ҡиәфәтемә киҫәтеү яһаны... Имеш, ни эшләп һинең ул ерең улай түгел, был ерең былай... Мин ҡаршы һүҙ әйтеп, үҙемдең фекер-яуабымды иҫбатлап тороуҙың кәрәген тапманым. Шым ғына “йоттом” да, күңелемә ни тиклем ҡыйын булһа ла, мах бирмәнем. Кәүҙәм уның эргәһендә барһа ла, уйҙарым менән бик алыҫҡа киткәйнем инде...
Ул көндө лә оҙатып ҡуйҙы. Әммә был беҙҙең һуңғы осрашыуыбыҙ булды. Ҡәҙимгесә хушлашһаҡ та, башҡа бер ҡасан да мин уны ысын ир-ат, ышаныслы, мине яҡлаусы зат тип әйтә алмаясағымды аңланым. Минең өсөн ул донъялағы иң көсһөҙ, иң “мәмәй” егет булып ҡалды. Осрашыуыбыҙҙың һуңғыһы икәнлеген уға аңғартманым, тик бер нисә көнлөк тынлыҡтан һуң ғына һуңғы хат-хәбәремде яҙып һалдым. Ул барыһын да аңлағандыр, үҙе өсөн кәрәкле һабаҡ алғандыр, тип уйлайым. Иң аптыратҡаны шул: маҡтанып әйтмәйем, әммә миңә был егеткә тиклем берәү ҙә тышҡы ҡиәфәтемә йә булмаһа холоҡ-фиғелемә ҡағылышлы шелтә, киҫәтеү яһағаны юҡ ине. Мәктәп, район күләмендә үткәрелгән “Һылыуҡай” конкурсында ҡатнашып, призлы урындар ҙа яуланым заманында.
Был ваҡиғанан һуң нимә тип уйларға белмәнем: кемебеҙ хаталанды ла кемебеҙ хаҡлы ине?! Ошо хәлдән һуң үҙ-үҙемә бикләнә башланым, кешеләргә, йәғни егеттәргә, ҡарашым үҙгәрҙе. Әгәр ҙә ул егеткә “ҡурсаҡ” кәрәк икән, ни өсөн ябай, ҡәҙимге тормошта йәшәгән, тәүге урынға рухи байлыҡ, сафлыҡ сифаттарын ҡуйған ҡыҙҙарҙың башын әйләндерә?! Ниндәй хаҡы бар уның кеше ҡиәфәтен тәнҡитләргә? Әйтер инем, әгәр үҙе журналдан төшкән модель булһа, ә үҙе лә бит ябай башҡорт егете.
Ошондай осраҡта өйҙәгеләрҙән әллә ни кәңәш тә һорап булмай. Апай-инәйҙәр, еңгәйҙәр, һеҙҙән кәңәш-нәсихәт көтәм. Минең урында үҙегеҙҙе нисек тотор инегеҙ? Юлдарыбыҙ айырылһа ла, күңелдә ниндәйҙер йөй тороп ҡалды. Мәкер-алдаҡһыҙ йөрәген асҡан кешенең тышҡы ҡиәфәте өсөн генә рәнйетелеп ултырыуы – әллә хәҙер ҡәҙимге күренешме икән?!