“Ҡыуаҡан ҡойроғо” ҡасан ҡырҡылыр?06.09.2014
1993 йылдың йәйендә, байтаҡ мәсьәлә йыйылып китеп, Өфөгә юлландым. Проблемаларҙың иң ҙуры – әҙәби телдең фонетик яҡтан башлыса ҡыуаҡан һөйләшенә (көнсығыш диалектҡа) ҡоролоуы.

Шуның буйынса фекер алышыу ниәтендә “Урал” башҡорт халыҡ үҙәгенә инеп сығырға булдым. Комиссия рәйесе Мөхәммәт Исҡужин бүлмәһендә бер үҙе генә ине. Ул мине иғтибар менән тыңланы, фекеремде ифрат оҡшатты.
...Беренсе курсты тамамлағас, Силәбе өлкәһенең Арғаяш, Ҡоншаҡ, Бүре райондарында курс эше буйынса практик экспедицияла йөрөгәйнек. Төркөмдәге 27 сту­денттың етеһе генә ҡаты ялғау ҡулланып һөйләшә ине, ҡалған күпселек – юрматыларса “лар”, “нәр” менән. Беҙҙе урамда күреп ҡалған бала-саға: “Урр-а-а! Урр-а-а!” Бөгөн кәнсирт була, татарҙар килгән”, – тип урам буйлап яр һалып, хәбәр таратып йөрөнө. Был әҙәби теле­беҙҙең формалаша башлауының тәүге йылдарында Ш. Сөнғәләй менән Ғ. Вил­дановтарҙың ҡаты ялғау менән һөй­ләшкәндәр генә башҡорт, ә “лар” ял­ғаулылар – юрматылар, татар­лашҡан башҡорттар тигән зарарлы тәғлимәтенең ямаҡ бер сағылышы ине.
Сабый ниндәй ырыуҙа тыуа, шул мөхиттең һүҙҙәре менән теле асыла. Ул тел уның ғүмерлек юлдашына әүерелә. Шул телгә уҡмашып-ойошоп, тиҫтәләгән башҡорт ырыуҙары барлыҡҡа килгән. Уларҙың бөтәһенә лә “ҡыуаҡан ҡойроғо”н көсләп йәбештереп булмай. Совет осоронда “демократик централизм” тигән бик матур төшөнсә бар ине. Ул күпселектең аҙсылыҡтан өҫтөн булыуын дәлилләп торҙо. Был һүҙҙәрҙең тел төбө һәммәбеҙгә лә бик яҡшы аңлашылалыр. Халыҡтың 90 проценты, Ш. Хоҙайбирҙин иҫбатлағанса, “лар” менән һөйләшә икән, тимәк, өҫтөн­лөк юрматыларға бирелергә тейеш.
“Ҡыуаҡан ҡойроғо” әҙәби телебеҙҙең ҡулланыу даирәһен үтә лә ҡыҙыҡлы итеп сикләй: дәрестәр, матбуғат, телера­диотап­шырыуҙар, рәсми урындарҙағы сығыштар – шуның менән вәссәләм, бөттө.
Хәйбулла яғына юғары мәғлүмәтле йәш ауыл хужалығы белгесе эшкә ебәрелгән дә шул тарафта төпләнеп ҡалған. Шул яҡ кешеләренән берәү: “Килгәнеңә күпме ваҡыт үтте, ни өсөн беҙҙеңсә һөйләшмәйһең?” – тип һорай икән. “Мин – Саҡмағош башҡорто. Үҙ телемдә һөйләшәм”, – тип кенә яуаплаған ул.
Күренекле педагог, “Мин әсәйемде төшөмдә күрҙем” тигән популяр йырҙың авторы Вил Ҡазыханов БДУ-ның филология факультетында белем алды. “Мин – Дүртөйлөнән. Йүнләп һөйләшә белмәһәм дә, мин дә башҡорт, тик “тар”, “дар”ҙарҙы ғына йүнле-башлы әйтә алмайым”, – тип, башҡортса өйрәнергә тырышып, беҙҙең янға йыш килеп йөрөнө (хәҙер мәрхүм инде).
Өфөнөң мосолман зыяратына барып сығыу форсаты тейҙе. Ҡапҡа янында олпат кәүҙәле, ағыраҡ йөҙлө бер ҡарт ҡаршыланы ла килеүемдең сәбәбен һорашты. Теле беҙҙекенән айырылың­ҡырап тора. “Тау башҡорто икәнһең, һинең һымаҡ уҡ һөйләшмәһәм дә, мин дә башҡортмон. Илештәнмен. Аҡ баш­ҡортлар беҙ. Ысын башҡорт беҙ”, – тип таныштырҙы үҙен. Уның һүҙҙәрендә тарихи дөрөҫлөк тә яталыр. 922 йылда Ибн Фаҙлан “тышҡы башҡорттар” тип атаған Сиремшән, Шишмә, Минзәлә, Каманың урта ағымындағы башҡорттар вәкиле булыуы ла мөмкин. Бөгөн Илеш районы халҡының 78 проценты башҡорт булыуы быны асыҡ дәлилләй.
Ғәрәп миссионерҙары тасуирлаған эске, тышҡы башҡорттар, бәлки, зыярат ҡарауылсыһы әйткәнсә, иң боронғо ысын башҡорттарҙыр. Ә ҡыуаҡандар Монголия, Алтай яҡтарынан ХIII быуат баштарында Сыңғыҙхан яуҙары йонсотҡас, Уралға килеп һыйынған һуңғыраҡ башҡорт­тарҙыр. Монголдарҙағы барын-табын, тамъян ырыуҙарының башҡорт халҡында ла булыуы был фаразды дәлилләй кеүек.
“Ҡыуаҡан ҡойроғо” быуатҡа яҡын дәүерҙә ҡатып ҡалған бер догматик афәткә әйләнеп китһә лә, уның нигеҙҙәрен ҡаҡшатыр уй-фекер, ынтылыш әленән-әле ҡалҡып сығып тора. Сөләймән Хажиев бына нимә ти (Яңауыл): “Шуға ғәжәп­ләнәм, һүҙҙәргә “с” өнө ҡушып һөйләгән ҡан-ҡәрҙәштәрен Урал аръяғы баш­ҡорттары “һин татар” тип ситләш­терә. Үҙ һөйләштәрен икенсе яҡ башҡорттарына көсләп тағырға тырышалар. Ә бит төптәнерәк уйлап ҡараһаң, һәр төбәктең, хатта һәр ырыуҙың үҙенә генә хас булған һөйләше бар. Ғалимдар бының менән иҫәпләшер тип ышанғы килә. Ошо мәсьәләне тормошҡа ашырғанда, башҡорт мил­ләте һаҡланып ҡалыр һәм үрсер” (“Башҡортостан”, 1996 йыл, 18 сентябрь). Ҡайһылай ҙа төплө, матур фекер.
Танылған журналист Рәлис Ураҙғолов билдәләүенсә, “төньяҡ-көнбайыш диалекты – ошо яҡ башҡорт­тарының саф башҡорт теле. Улар, ата-бабалары һөй­ләшенә хыянат итмәйенсә, үҙ диалектында башҡортса һөйләшкән баш­ҡорттар” (“Ағиҙел”, 2000 йыл, 8-се һан). Шәһит Хоҙайбирҙин, Сәғит Мираҫ, Дауыт Юлтый кеүек арҙаҡлыларыбыҙҙың башҡорт әҙәби теленең дөйөм халыҡ теленә яҡын булыуы өсөн йәнтәслим көс һалып көрәшеүҙәре билдәле инде.
Беҙҙең заман күренекле зыялы­ларының да фекер­ҙәренә иғтибарҙы йүнәлтәйек әле. Танылған шағир, прозаик Хәким Ғиләжев түбәндәге фекерҙә: “Хоҙайбирҙиндың кәңәшен тыңламаған булдылар. Үтәнән-үтә күргән ул киләсәкте. Бик йәш булһа ла”. Академик Әхмәт Сөләймәнов иһә былай ти: “Юрматыларға уларҙың (ҡыуаҡандарҙың) “тар”, “тәр” күплек ялғауҙарын ҡулланыу ауырға төштө. Ошо урында тотош боронғо башҡорт мөхитенә үтеп инеүгә юл ябылды, ул билдәле бер сиктәрҙә генә эшләргә һәләтле булып сыҡты”.
“Минең үҙемә ҡала мөхитендә үҫкән ейәнемдең шул дүрт бөгөлөш алдында бөгөлөп-һығылыуҙарын күреү еңел тү­гел, мин уның ҡасан да булһа шул телдә иркенләп һөйләшеп китеренә өмөт итмәйем”, – ти академик Зиннур Нур­ғәлин.





Вернуться назад