2015 йылдың тәүге яртыһына гәзит-журналға яҙылыу рәсми рәүештә иғлан ителде. Мин иһә “Башҡортостан”ға август башында уҡ яҙылып ҡуйҙым.
Беҙ, матбуғат баҫмаларын даими алдырғандар, иртәрәк хәстәрләп өйрәнгәнбеҙ инде. “Йәшлек”,”Йәншишмә”, “Урал” гәзиттәре лә һәр саҡ өҫтәлемдә. Ә “Башҡортостан” менән дуҫлығым хатта 60 йылдан ашып китте. Фәҡәт төп индекслыһын (50600) алдырам, сөнки унда файҙалы мәғлүмәт, төплө һәм ҡыҙыҡлы мәҡәләләр күп. Гәзит биттәрендә элек-электән үҙемдең дә мәҡәләләрем донъя күреп килә.
Һуңғы йылдарҙа баҫмаларҙың уҡымлылығы артты. Хаҡтары күтәрелә, әлбиттә, әммә, ҡиммәтләнә тип, матди яҡты ғына уйлап, алдырмай ҡалырға тейеш түгелбеҙ. Әйткәндәй, хаҡ мәсьәләһендә редакцияларҙың ғәйебе юҡ. Матбуғат дуҫтарының береһе булараҡ, милләттәштәрҙе яҙылыу кампанияһында әүҙемлек күрһәтергә саҡырам.