Перволоцк районында өс кенә башҡорт ауылы бар. Уларҙың барыһы ла Оло Соран йылғаһы буйында урынлашҡан. Иң үрҙә — Ҡотлөмбәт, 20 саҡрым түбәндәрәк — Ғабдрафиҡ, тағы ла аҫтараҡ — Ҡунаҡбай. Ауылдар бәләкәй: һәр ҡайһыһында 70 — 80 генә өй. Халыҡ уларҙан күпләп күсенеп, сит төбәктәрҙә, башҡа район һәм ауылдарҙа төпләнгән.
Һуңғы йылдарҙа балалар кәмегәнлектән, Ғабдрафиҡта мәктәп юҡ, балаларҙы урыҫ ауылына автобус менән йөрөтөп уҡыталар. Ҡунаҡбайҙа башланғыс мәктәп һаҡлана, өлкәнерәк йәштәге уҡыусылар белем алыуын Преторияла дауам итә. Ҡотлөмбәттә генә урта мәктәп бар. Уны 1991 йылда үҙебеҙ асҡайныҡ, эшләүенә инде — 20 йыл. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул да бөтөүгә табан бара. Заманында бында 180 — 200 бала белем алһа, хәҙер 40 уҡыусы ғына иҫәпләнә. Һуңғы йылдарҙа ата-әсәләрҙең күбеһе балаларын сит мәктәптәргә — Өфө, Күмертау, Ишембай, Ырымбур гимназия һәм лицейҙарына — бирә башланы. Сәбәбе нимәлә? Мине ғәфү итһендәр, әммә һүҙҙең дөрөҫө кәрәк: балаларҙың ситкә китеүе донъялағы кире күренештәргә генә түгел, ә педагогик коллективтың үҙенә лә бәйле. Тәжрибәле, көслө уҡытыусылар төрлө сәбәптәр арҡаһында эштән китергә мәжбүр булды, урта махсус белемле йәштәр генә тороп ҡалды. Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре буйынса беҙҙең мәктәп — районда иң аҙаҡҡы урында. Сығарылыш уҡыусылары юғары уҡыу йорттарына инә алмай, мәктәпкә уҡытыусы булып эшкә ҡайтҡан кеше юҡ.
Мәктәпте һаҡлап алып ҡалайыҡ тиһәк (һуң булмаһа инде), педагогик коллективҡа, уның етәксеһенә, ата-әсәләргә ең һыҙғанып эшкә тотонорға ваҡыт! Милли белем усағы булыуына баҫым яһап, башҡорт теле дәрестәренә бирелгән сәғәттәрҙе арттырырға, уҡытыу шарттарын яҡшыртырға, милли матбуғатҡа яҙылырға, Ырымбур һәм Өфө менән бәйләнеште юғалтмаҫҡа ынтылыу мотлаҡ. Мәктәптең һәр уҡытыусыһы үҙебеҙҙең “Каруанһарай” гәзитенә яҙылһын ине, сөнки өлкә башҡорттары тормошонан бөтә яңылыҡтар, үҙгәрештәр, тарихыбыҙ, дин дәрестәре һәм башҡа ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр тап ошо баҫмала донъя күрә. Юғиһә Төйлөгән районының Аллабирҙе мәктәбенән һәр кем “Каруанһарай”ға яҙылған, ә Ҡотлөмбәт мәктәбенән үҙ гәзитебеҙҙе бер генә уҡытыусы алдыра. Белем усағына әле урыҫ теле, география, биология, химия, физкультура, йыр уҡытыусылары кәрәк. Ата-әсәләр менән бәйләнеште нығытып, балаларҙы ситкә ебәрмәһәк ине.
Мәҙәниәт йорто Ғабдрафиҡта ғына бар. Унда күп йылдар инде мөдир булып Фәтих Байтимеров эшләй. Икенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты ла булды ул. Мәҙәниәт йортонда фольклор төркөмдәре бар, төрлө концерттар ойошторола, балалар ҡурайҙа уйнарға өйрәнә. Былтыр яҙ бында “Каруанһарай” төркөмө лә килеп сығыш яһаны.
Йәйгеһен мәҙәниәт йортонда Вахитовтарҙың шәжәрә байрамы үтте. Өлкәбеҙҙең төрлө райондарынан, Башҡортостандан күп кеше йыйылды. Шәжәрәнең бер тармағы булған арҙаҡлы яҡташыбыҙ, халыҡ шағиры Рауил Бикбаев та килгәйне был йыйынға.
Ҡотлөмбәт ауылының мәҙәниәт йорто иһә емерек хәлдә, төҙөкләндереү талап итә. Әле клубтың ярты өлөшө генә ҡалыуға ҡарамаҫтан, мөдир Сафия Ғәбйәлилова ҡулынан килгәнсә эшләргә тырыша. Уларҙың фольклор төркөмө ауылдарға сығып концерт ҡуя, бәйгеләрҙә ҡатнаша. Алмалы ауылы балалары менән берлектә бейеү ансамбле төҙөнөләр.
Өс ауылда ла мәсет бар. Иман йорто Ҡотлөмбәттә — 2005, Ғабдрафиҡта — 2008, Ҡунаҡбайҙа 2011 йылда ҡалҡып сыҡты. Һуңғыһы ҙур тантана менән асылды. Унда Рауил Бикбаевтың да килеүенә сикһеҙ шатландыҡ. Тыуған ауылында мәсет асылыуына һөйөнөп, мәктәптәрҙең ябылыуына көйөнөп сығыш яһаны ул яҡташтары алдында.
Ғәфүр МОРАТОВ.
Ырымбур өлкәһе.