Онотолмай Беслан фажиғәһе05.09.2014
3 сентябрҙә, Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек көнөндә, республиканың мәғариф учреждениеларында террористик акттарҙың ҡорбандарын иҫкә алыуға арналған саралар үтте.

Туймазы районы халҡы ла ситтә ҡалманы. Урындағы мәҙәниәт һәм ял паркында өлкәндәр, уҡыусылар һәм студенттар ҡатнашлығында “Хәтерҙә һин, Беслан” тип аталған социаль акция ойошторолдо. Ҙур экранда бөтә донъяны тетрәндергән Беслан фажиғәһе хроникаһы күрһәтелде. Акцияла ҡатнашыусылар бер минутҡа тын ҡалып ғәйепһеҙ ҡорбандарҙы иҫкә алды.
Хәтерегеҙҙәлер, 10 йыл элек Беслан мәктәбендә тантаналы линейка барғанда, бер төркөм террорсы меңдән ашыу уҡыусыны, уҡытыусыларҙы, ата-әсәләрҙе аманатҡа алды. Улар менән һөйләшеү ыңғай һөҙөмтә бирмәне. Өс көндән ғәйепһеҙ кешеләрҙе азат итеү буйынса штурм башланды. Уның барышында 334 кеше, шул иҫәптән 186 бала һәләк булды, 800-гә яҡын кеше яраланды. Әле Бесланда уҡыу йылы 1 сентябрҙә түгел, ә 5-ендә башлана.



Вернуться назад